Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Бөгөн яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның тыуған көнө



Ҡәләмдәшебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Оҙон тыныс ғүмер, шатлыҡ, бәхет һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.
_____________________________
Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы ҠАҘАҠБАЕВА 1966 йылдың 24 октябрендә районыбыҙҙың гүзәл төбәктәренең береһе һаналған Бөрйәнйылға ауылында тыуған. Аҡыллы, ғилемле ҡыҙ Баймаҡ интернат-мәктәбендә белем ала.
Артабан ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлап, унан Шишмә һәм Йылайыр райондарында уҡытыусы, «Ауыл уттары» Йылайыр район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире, гәзиттең мөхәррире вазифаһына тиклем күтәрелә.
Йөрәк йылыһын биш балаһына тигеҙ бүлеп, “Әсәлек даны” миҙалы яулаған автор республикала ижадсы булараҡ киң танылыу яуланы - хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан алып матбуғатта даими донъя күрә. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева әлеге ваҡытта Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында йәшәй, хаҡлы ялда. “Әсәлек даны” кавалеры.
Яҙыусының “Сиселмәгән сер”, “Хыялға илтер һуҡмаҡ”, “Мәрхәмәтле булһын яҙмыш”, “Икебеҙ өсөн дә яраттым”, “Геройҙар ваҡыты”, "Бәхет өсөн ергә килгәнмен" исемле китаптары донъя күрҙе. “Бәйләнештә” селтәрендә “Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева ижады” исемле төркөм алып бара.
Просмотры: 96
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти