Бөгөн танылған тәржемәсе, уҡытыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың…
Бөгөн танылған тәржемәсе, уҡытыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, 40-тан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы Гүзәл Яныбай ҡыҙы Хамматованың тыуыуына – 73 йыл! Ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ.
Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы 1953 йылдың 28 октябрендә яҙыусы Яныбай Хамматов ғаиләһендә тыуа.
1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтында, ә 1988—2008 йылдарҙа Өфө юридик институтында уҡыта.
Әҙибә атаһы – күренекле башҡорт_яҙыусыһы Яңыбай Хамматовтың «Хәсрәтле бала саҡ» (2002), «Салауат батыр» (2004), «Ағиҙел Иҙелгә ҡоя» (2007) һәм башҡа романдарын, Р.Т. Бикбаевтың «Рәми» (2008) китабын, Ф.Ә.Исхаҡова, Б.Ноғоманов, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ә. Әхмәтшин, Г.М. Яҡупова, Л.М. Яҡшыбаева һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә. БР Милли әҙәбиәт музейы фондына Яныбай Хамматовтын байтаҡ әйберҙәрен тапшырҙы.
Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы 2021 йылдың 3 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.