New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news
Public channel ID 68721033153032

Ейәнсура таңдары

Russia
Open in MAX

Posts for the period

By reactions

Search and the whole feed — after free registration. Custom dates — with a subscription; the channel owner sees them for free. Sorting by reactions — with a subscription. Sign up

Loading…

Улар бер ҡасан да бергә ҡунаҡҡа йөрөмәне һәм ҡунаҡ саҡырманы. Үҙ-ара көлөшкәндәрен, хатта матурлап һөйләшкәндәрен дә иҫләмәйем. Атайым гел үҙ алдына, әсәйемдән айырым булды, айырым бүлмәләрҙә йоҡланылар.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-30/atayymdy-m-h-bb-te-4860277
Views: 94
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
БЕҘҘЕКЕЛӘР БУЛДЫРА!
Бөгөн «Торатау» конгресс-холында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте. 

Һөнәри байрамдары менән аграрийҙарҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡотланы һәм тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә лайыҡлы наградалар тапшырҙы. 

ҠОТЛАЙБЫҘ!
 ШӘҮКӘТ ВАҺАПОВҡа (райветстанцияның ветеринар табибы) һәм СЕРГЕЙ ЗАХАРОВҡа (“А7 Агро РБ” ЯСЙ-һының “Зианчуринское” айырымланған бүлексәһе механизаторы) “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән юғары исем бирелде!

 ИЛШАТ УРАҠАЕВҡа (“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт управляющийы) – Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы, 
 АНДРЕЙ КУКАНОВ (“Новопетровское” крәҫтиән хужалығы малсыһы) һәм
АЙНУР ҠОЛМӨХӘМӘТОВҡа (Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы )
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары тапшырылды.
Views: 222
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
12+ — video, channel “Ейәнсура таңдары” ▶ video
12+
ПРЕМЬЕРА. «НЕ ГОВОРИ «ДА».
Фильм-расследование специального корреспондента Виталия Кармазина о вербовке детей украинскими спецслужбами. Зрители увидят реальные уголовные дела, допросы и интервью с теми, кто совершил преступления, и теми, кого удалось остановить.
Фильм раскрывает механизмы манипуляции: от знакомства в мессенджере до шантажа и психологической обработки.
«Не говори «Да» – это предупреждение о невидимой войне, в которой главной мишенью становятся дети.
Показ фильма запланирован на пятницу, 30 октября 2026 года в 19:15 (по местному времени) в эфире ТК Россия-1
Views: 324
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
✨Бөгөн Башҡорт Үргене ауылында ауылдың Ағинәйҙәр ойошмаһы, "Еҙәй" ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән "Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый" исемле шәп сара үтте.
🔥Ут күршеләр: Йылайыр районының Юлдыбай ауылы һәм Күгәрсен районының Дөмбәй ауылы ағинәйҙәре байрамдың саҡырылған ҡунаҡтары булды.
✅Ошонда уҡ махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә ебәреләсәк гумконвойға ярҙамға күргәҙмә-һатыу ҙа ойошторолдо.
Views: 432
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
✨Ноябрь айына намаҙ уҡыу ваҡыты
🕌Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға:
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.
Views: 402
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
29 октябрҙә Рәсәйҙә Милләттәр  татыулығына, ә гүзәл  Башҡортостаныбыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған марафон эстафетаһын Бикбау ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Юлсанов Иҫәнғол ауыл биләмәһе башлығы Әнисә Ноғомановаға тапшырҙы. Тантаналы сара район мәҙәниәт йортонда үтте. Сараны Иҫәнғол ауылы ойошмаларының  һәүәҫкәр артистары биҙәне.
Views: 574
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Нишләп Хәлим үҙ туғандары менән таныштырыуҙан ҡаса? Әллә алдашамы? Бының серен белергә ине.

Ҡыҙ күп уйлап йөрөмәне, эш урынынан өс көнгә отгул алды һәм такси яллап Хәлимдең әсәһе йәшәгән ауылға юл тотто. Маҡсаты: яҡындан танышып алыу. Килешеү буйынса такси хужаһы уны көтөп ултырып кире алып ҡайтырға тейеш.

Бына ауыл, ә уртараҡ ерҙә берҙән-бер магазин күренә. Шуның алдына туҡтап, машинанан сығып, Вәлимә тирәү-яҡҡа күҙ һалды, берәй кешене осратһа Хәлимдең әсәһе йәшәгән өйҙө белешеү ине. Әмәлгә ҡалғандай магазиндан бер ҡатын сыҡҡаны күренде.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-29/osra-ly-osrashyu-hik-y-3583158
Views: 425
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш – 2026: Башҡортостан Башлығына… — video, channel “Ейәнсура таңдары” ▶ video
❓ Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш – 2026: Башҡортостан Башлығына һорау бир!
 
11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән тура бәйләнеш үтә. Был төбәк етәксеһенә туранан-тура мөрәжәғәт итеү һәм һеҙҙе, ғаиләгеҙҙе йәки ауыл-ҡалағыҙҙы борсоған һорауҙарҙы еткереү мөмкинлеге.
 
Һорауығыҙҙы нисек бирергә? Уңайлы ысул һайлағыҙ 🙌🏻
 
🔹 Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru
 
🔹 «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/14193/

🔹 Чат-боттар аша:
 
– МАХ милли мессенджерында: https://max.ru/glavarb_pl_bot
– «Бәйләнештә»: https://vk.me/glavarb_pl_bot
– «Класташтар»: https://ok.ru/group/70000042373707/messages
 
🔹 Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге аша 218-19-19 йәки 122 (өҫтәлмә һан 5) номерҙарына шылтыратып
 
📲 Видеоһорауҙы нисек яҙҙырырға? 

Исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йәки ҡалағыҙҙы, районығыҙҙы атағыҙ, артабан һорауығыҙҙы бирегеҙ. Ролик бер минуттан да артмаһын. Видео аҙағында һорауығыҙҙың Радий Хәбировтың 2026 йылдағы тура бәйләнеше өсөн икәнен мотлаҡ әйтегеҙ. Видеояҙмалар 10 ноябргә 19:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
 
📌 Тура бәйләнеште 11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдарында, «Юлдаш» радиоһы эфирында һәм Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендә ҡарарға һәм тыңларға мөмкин
Views: 739
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Ябай кәңәштәр

✅Башығыҙ ауыртһа, бер стакан һыуыҡ һыу эсергә кәңәш ителә. 15-20 минуттан ауыртыу баҫылһа, тимәк, организм шыйыҡса етешмәүенә шулай сигнал ебәргән.
✅Тамағығыҙ ауыртһа, ике-өс бөртөк ҡәнәфер тәмләткесен ауыҙ эсендә йөрөтөргә була. Уның ангина булғанда ла ярҙамы тейә, сөнки ҡәнәфер - көслө антисептик.
✅Ҡан баҫымы түбән булһа, бер сынаяҡ яңы ваҡланған ҡәһүә эсеү файҙалы. Ҡан баҫымы юғары булһа, имбирь сәйе эсәләр. Һыуыҡ үткәндә, тымаулағанда ла уның файҙаһы ҙур. Имбирь сәйе йылындыра, ҡан әйләнешен яҡшырта.
✅Һыуыҡ тейһә, шулай уҡ киҙеү осоронда, ангина ыҙалатҡанда алма һеркәһе шифалы. Уны 1:1 һыу менән ҡушып, бал өҫтәп эсергә кәрәк. Бындай эсемлек тән температураһын төшөрә, С витамины сығанағы булып тора, тиҙерәк һауығыуға этәргес бирә.
✅Йәшлек эликсиры - лимонлы-баллы һыу һәм зәйтүн майы. Иртән ашарҙан ярты-бер сәғәт алдан бер балғалаҡ май, аҡағынан бал һәм лимон һуты һығылған һыу эсергә. Бындай эсемлек аш һеңдереүҙе яҡшырта, шлактарҙан арындыра, организмды файҙалы матдәләр менән туйындыра, иммунитетты күтәрә. ("Башҡортостан" календарынан)
Views: 515
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
The full feed — after free sign-up
VKontakte Telegram Odnoklassniki
Favorites at datool.ru

Follow the channel in your account

Sign up at datool.ru to add the channel “Ейәнсура таңдары” to favorites and track its metrics.

Sign up
For channel owners

Verify your channel

Sign in or sign up at datool.ru, then add our bot to the channel following the instructions in your account. Once ownership is verified, the lock disappears and channel management becomes available.

Sign in or sign up

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go