New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

Доғанан һуң «Әмин» тип әйтеү кәрәкме?


 
Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһис-сәләм былай тигән:

«Фатиха» сүрәһен уҡығас йәки доға тамамланғас, Ҡөрьән уҡыусы  «Әмин» тиһә, һеҙ ҙә, уны тыңлаусылар, «Әмин» тип әйтегеҙ. Сөнки фәрештәләр ҙә быға «Әмин» тиҙәр. Әгәр берәй кешенең «Әмин» тиеүе фәрештәләрҙең «Әмин» тиеүенә тап килһә, Аллаһ уның үткән гонаһтарын кисерер».

Был «Фатиха» сүрәһен уҡығандан һуң «Әмин» тип әйтеүҙең намаҙ менән генә сикләнмәүен асыҡ күрһәтә. Был сүрәне ҡасан ғына уҡыһаң да, уны уҡыусыға ла, тыңлаусыға ла «Әмин» тип әйтеү хуплана, йәғни сөннәт булып һанала.
Шулай уҡ  икенсе бер хәҙис «Әмин» һүҙенең һәр төрлө доғаны тамамлау өсөн әйтелеүен асыҡ аңлата. «Әмин» һүҙен «Эй, Аллаһы Тәғәлә, доғамды ҡабул ит» тип тәржемә итергә мөмкин.
Views: 1 535
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go