Каналды уҡыусыбыҙ һорай.
Ислам дине
- Channels in category
- 166
- This channel's rank
- № 166
The section failed to load.
The data did not refresh — the previous period is still shown.
Dashboard
22 October — 28 October 2026
Loading…
Audience growth
+199subscribers in the period
+105 biggest gain · 23 Oct 2026
Quality index
Views and reach
Subscriber engagement
Citation index
0.4citation index
Place among similar channels — higher than 56 %. To reach the “high” level, the channel needs to overtake 1 742 more channels.
#17 070 in MAX · More — the “Mentions” tab
When and how much it posts
Post formats
Every post is a dot
Higher means more views, bigger means more reactions. Click a dot to open the post.
Period totals
Click a metric to see it across the period below
Ads in the channel
Top posts
By views for the period
Posts by day
Pale bars are days, the line is the 7-day average: you can see whether the channel is speeding up or slowing down
Data updated at 18:55 Moscow time. Views are the current counts of posts published on those days; average reach counts posts older than two days. How the quality index is calculated
Posts for the period
Loading…
Каналды уҡыусыбыҙ һорай.
Башҡа танышыу хәбәрҙәрен ошонда уҡығыҙ:
https://max.ru/channel_tanishiy
▶ video
"Ҫәнә» доғаһын нисек дөрөҫ итеп уҡырға?
Ҡайһы сүрәләрҙең тәжүит менән уҡылышын ҡуйыуымды теләйһегеҙ, комментарийға яҙығыҙ.
«ӘҮүӘБИН намаҙы ҡасан, ниндәй ваҡытта уҡыла?» Каналды уҡыусыбыҙ һорай .
Әүүәбин намаҙы — аҡшам намаҙын уҡып бөтөргәндән һуң уҡыла торған бик сауаплы нәфел намаҙы. Ул 2, 4, 6 рәҡәғәт итеп уҡыла.
«Әүүәб» һүҙе ниндәйҙер гонаһ ҡылғандан һуң, шунда уҡ истиғфар ҡылып, Аллаһтан ярлыҡау һораған кешене белдерә. Шул рәүешле әүүәбин намаҙын «күп тәүбә ҡылыусының намаҙы» тип аңлатырға була. Әбү Һөрәйрә тапшырған хәҙистәрҙең береһендә пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһис-сәләм ошолай тип әйтеүе еткерелә:
«Аҡшам намаҙынан һуң 3 рәҡәғәт фарыз һәм 2 рәҡәғәт сөннәттән һуң, рәҡәғәттәр араһында бер кем менән һөйләшмәйенсә, тағын 6 рәҡәғәт әүүәбин намаҙын уҡыған кеше 12 йыл бер туҡтауһыҙ ғибәҙәт иткән кешегә тиң булыр» (Тирмизи, «Саләт», 431).
Икенсе бер хәҙистә: «Аҡшам намаҙынан һуң 6 рәҡәғәт нәфел намаҙ уҡыусының гонаһтары кисерелер, хатта улар диңгеҙҙәге күбек ҡәҙәр күп булһа ла», – тиелә (Хәйсәми, Мәжмәүз-зәүәид, II/230)
Ғәҙәти нәфел намаҙы кеүек уҡыла, «әүүәбин намаҙын уҡымаҡҡа» тип ниәт ҡылырға кәрәк.
Был намаҙҙы уҡыу бик сауаплы, уны мөмкинселек булғанда уҡырға тырышырға кәрәк.
Был теманы дәлилдәр менән бер аҙ асыҡлап бирә алаһығыҙмы?
Был һорауға Шамил Әләүетдиновтың яуап бирә:
Ышаныслы хәҙистә былай тиелә:
«Аллаһтың Илсеһе ﷺ ҡаҙыҡ тешле һәр бер йәнлекте һәм тырнаҡлы һәр бер ҡошто тыйҙы».
Әбү Дауытта килтерелгән хәҙис вариантында тап «аҙыҡ итеп ҡулланыу», йәғни йыртҡыстарҙың — «йәнлектәр араһынан ҡаҙыҡ тешлеләрҙең һәм ҡоштар араһынан тырнаҡлыларҙың» итен ашауҙы тыйыу аныҡ телгә алына.
«Ҡаҙыҡ тешле йәнлектәр» тураһында ғалимдар былай тип аңлатҡан: былар — башҡа хайуандарға һунар итеүсе йыртҡыстар. Мәҫәлән, арыҫлан, юлбарыҫ, бүре. Ә «тырнаҡлы ҡоштар» — шулай уҡ йыртҡыстар, мәҫәлән, ыласын, ҡарсыға, бөркөт.
Юғарыла килтерелгән хәҙискә нигеҙләнеп, ғалимдар телгә алынған йәнлектәрҙең һәм ҡоштарҙың итен ашауҙы тыйыу мәсьәләһендә берҙәм фекерҙә.
Ҡайһы бер йәнлектәрҙе һәм ҡоштарҙы айырым ҡарап үтәйек:
Төлкө. Был мәсьәләлә дин ғалимдары араһында фекер айырмалығы тыуған: кемдер уны йыртҡыстар иҫәбенә индергән, ә кемдер индермәгән. Әммә күпселеге уны йыртҡыс тип иҫәпләй, шуға күрә уның итен ашау тыйылған (хәрәм).
Бесәй. Күпселеге уның итен ашауҙы тыйыу яҡлы булған.
Эт. Күпселеге тыйыу яҡлы булған. Шулай уҡ эттең һеләгәйе шәриғәт буйынса асыҡ нәжестәр иҫәбенә инә. Был эт итен ашауға тыйыуҙы көсәйтә.
Арыҫлан, юлбарыҫ, айыу һәм бүре. Ғалимдарҙың берҙәм фекере буйынса тыйылған. Улар — ҡаҙыҡ тешле йыртҡыстарҙың иң асыҡ вәкилдәре.
Ыласын, ҡарсыға, бөркөт. Ғалимдарҙың берҙәм фекере буйынса тыйылған. Улар — тырнаҡлы йыртҡыс ҡоштарҙың иң асыҡ вәкилдәре.
Ҡоҙғон, ҡарға. Тыйылған (хәрәм).
Дөйәғоштар (страусы). Рөхсәт ителгән (хәләл). Йыртҡыс түгелдәр.
Тауыҡтар һәм күгәрсендәр. Рөхсәт ителгән (хәләл). Йыртҡыс түгелдәр.
▶ video
Хәйерле иртә, ҡәҙерле дуҫтарым!
Көнөбөҙ Аллаһы Тәғәләнең ризалығында үтһен! Раббыбыҙ ике донъя бәхетен насип итһен, Үҙенең ҡурсауынан айырмаһын! Булғанына шөкөр итеп йәшәйек, ин шәә Аллаһ🤲!
Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһис-сәләм былай тигән:
«Фатиха» сүрәһен уҡығас йәки доға тамамланғас, Ҡөрьән уҡыусы «Әмин» тиһә, һеҙ ҙә, уны тыңлаусылар, «Әмин» тип әйтегеҙ. Сөнки фәрештәләр ҙә быға «Әмин» тиҙәр. Әгәр берәй кешенең «Әмин» тиеүе фәрештәләрҙең «Әмин» тиеүенә тап килһә, Аллаһ уның үткән гонаһтарын кисерер».
Был «Фатиха» сүрәһен уҡығандан һуң «Әмин» тип әйтеүҙең намаҙ менән генә сикләнмәүен асыҡ күрһәтә. Был сүрәне ҡасан ғына уҡыһаң да, уны уҡыусыға ла, тыңлаусыға ла «Әмин» тип әйтеү хуплана, йәғни сөннәт булып һанала.
Шулай уҡ икенсе бер хәҙис «Әмин» һүҙенең һәр төрлө доғаны тамамлау өсөн әйтелеүен асыҡ аңлата. «Әмин» һүҙен «Эй, Аллаһы Тәғәлә, доғамды ҡабул ит» тип тәржемә итергә мөмкин.
Дин буйынса ҡуя торған материалдар ныҡ күп. Күбеһенсә уларҙы төрләндереп ҡуйырға тырышам. Һеҙҙе нимә ҡыҙыҡһындыра, ниндәй материалдар ҡуйыуҙы теләйһегеҙ? Үҙегеҙ ҙә яҙа алаһығыҙ.
Loading…
Loading…
Loading…
Loading…
Loading…
Loading…
Loading…
Loading…