Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 68700090447263

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите

Сакмар - Һаҡмар гәзите

Каналов в рубрике
13 324
Место этого канала
№ 6 411
Открыть рубрику →
Республика БашкортостанРоссия
Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Так может выглядеть удостоверение учителя, подтверждающее особый статус!

Помните, летом Президент РФ подписал Указ «О дополнительных мерах поддержки учителей». Следом в нашем регионе Указом Главы РБ Радием Хабировым «О повышении престижа педагогической профессии в Республике Башкортостан» тоже были введены дополнительные льготы для педагогов.

Работа по присвоению особого статуса продолжается, теперь Министерство просвещения РФ подготовило проект постановления о едином удостоверении. Он пока обсуждается, кстати, до 7 ноября вы тоже можете внести свои предложения.

Согласно проекту постановления, удостоверение будет бесплатным и единого образца, в электронной и физической формах. Оформляется без заявления, по сведениям от работодателя.
▫️Электронная версия появится на «Госуслугах», и её можно будет предъявить с помощью QR-кода.
▫️А физическое удостоверение оформляется по желанию: это пластиковая карточка или бордовая книжечка, подписанная руководителем образовательной организации.

📌Главное, такое удостоверение даст педагогу возможность подтвердить свой статус в любой ситуации: при общении с органами власти, получении льгот или участии в профессиональных мероприятиях. И оформление будет максимально удобным, без лишней бюрократии.
Просмотры: 40
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Беренсе Этҡол урта мәктәбенең юбилейына арналған тантана артабан ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте.Ауылдаштарын, мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙы район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Гөлшат Сирғәлина, профком рәйесе Динара Мусина, ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин тәбрикләне, төрлө кимәлдәге наградалар тапшырҙы.
Просмотры: 98
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бөгөн Беренсе Этҡол урта мәктәбенең нигеҙ һалыныуына 50 йыл тулыу айҡанлы "Һағыныулы осрашыу миҙгелдәре" исемле ҙур сара үтте.
Әйтергә кәрәк, мәктәп йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә ҙур уңыштарға ирешеп, уны тамамлағандар араһында район һәм республика кимәлендә ҙур танылыу яулаған шәхестәр күп һәм был оло ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Байрамда ҡатнашыусылар тәүҙә мәктәп буйлап экскурсия яһаны, класташтар, ауылдаштар осрашты, матур хәтирәләргә бирелде.
Коллектив сараға килеүсе һәр кемде милли кейемдәрҙә икмәк-тоҙ, ҡымыҙ һәм буҙа менән ҡаршы алды.
Просмотры: 81
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Изге йома көнөндә әруахтарыбыҙға доға ҡылайыҡ 🤲

Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражииим.
Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!

Әлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Үәс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлинә Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин.

Йә, Аллаһым! Ҡөрьән уҡырға ниәт ҡылдым — Үҙеңдең ризалығың өсөн, Үҙеңдең рәхмәтеңә ирешеү өсөн, шайтандан йыраҡ булыу өсөн һәм иман менән баҡыйлыҡҡа күскән ҡәбер әһелдәренең рухтарын шатландырыу өсөн.

«Фатиха» сүрәһе

بِاِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَانِ الرَّحِيمِ . الْحَمْدُ لِلَّهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ . الرَّحْمَانِ الرَّحِيمِ .
مَالِكِ يَوْمِ الدِّينِ . إِيَّاكَ نَعْبُدُ وَإِيَّاكَ نَسْتَعِينُ . اهْدِنَا الصِّرَاطَ الْمُسْتَقِيمَ .
صِرَاطَ الَّذِينَ أَنْعَمْتَ عَلَيْهِمْ غَيْرِ الْمَغْضُوبِ عَلَيْهِمْ وَلَا الضَّالِّينَ .

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!
Әл-хәмдү лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Әр-рахмәәнир-рахиим. Мәәлики йәүмид-диин. Иййәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғииин. Иһдинәс-сыйрааталь-мүстәкыыим. Сыйрааталләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайрил-мәғдууби ғәләйһим үәләҙ-дааааллиин. Әәмиин.

«Кәүҫәр» сүрәһе

بسم الله الرحمن الرحيم . إَنَّا أَعْطَيْنَاكَ الْكَوْثَرَ .
فَصَلِّ لِرَبِّكَ وَانْحَرْ . إِنَّ شَانِئُكَ هُوَ الْأَبْتَرُ

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!
Иннәә әғтайнәәкәл-кәүҫәр. Фәсалли ли Раббикә үәнхәр. Иннә шәәниәкә һүәл-әбтәр.

«Ихлас» сүрәһе («Ҡул һүәллаһ»)

بسم الله الرحمن الرحيم . قُلْ هُوَ اللهُ أَحَدٌ . اَللهُ
الصَمَد . لَمْ يَلِدْ وَلَمْ يُولَدْ . وَلَمْ يَكُنْ لَهُ كُفُوًا أَحَدٌ .

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!
Ҡул һүәллааһү әхәд. Аллааһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүүләд. Үә ләм йәкүл-ләһүү күфүүән әхәд.

«Фәләҡ» сүрәһе

بسم الله الرحمن الرحيم . قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ الْفَلَقِ . مِنْ شَرِّ
مَا خَلَقِ . وَمِنْ شَرِّ غَاسِقٍ إِذَا وَقَبَ . وَمِنْ شَرِّ النَّفَاثَاتِ
فِي الْعُقَادِ . وَمِنْ شَرِّ حَاسِدٍ إِذَا حَسَدَ .

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!
Ҡул әғүүҙү бираббил-фәләҡ. Миң шәрри мәә халаҡ. Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб. Үә миң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғуҡад. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд.

«Нәс» сүрәһе

بسم الله الرحمن الرحيم . قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ النَّاسِ .
مَالِكِ النَّاسِ . إِلَهِ النَّاسِ . مِنْ شَرِّ الْوَسْوَسِ الْخَنَّاسِ .
اَلَّذِي يُوَسْوِسُ فِي صُدُورِ النَّاسِ . مِنَ الْجِنَّةِ وَالنَّاسِ .

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!
Ҡул әғүүҙү бираббин-нәәс. Мәәликин-нәәс. Иләәһин-нәәс. Миң шәррил-үәсүәсил-ханнәәс. Әлләҙии йүәсүисү фии судүүрин-нәәс. Минәл-жиннәти үән-нәәс.

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!

Сүбхәәнәкә Раббикә Раббил-ғиззәти ғәммәә йәсифүүүүн. Үә сәләәмүн ғәләл-мурсәлиииин. Үәлхәмдүлилләәһи Раббил-ғәәләмиин.

Йә Раббым! Ошо сәғәттә бер Үҙеңдең генә ризалығыңды өмөт итеп уҡыған Ҡөрьән аяттарымды, барлыҡ кәмселек-хаталарымды ғәфү итеп, Үҙеңдең сикһеҙ мәрхәмәтең менән ҡабул ит.

Унда булған әжер-сауаптарҙы ғаләмдәргә рәхмәт итеп ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең рух шәрифтәренә ирештереп, рухтарын шат ҡыл. Ҡиәмәт көнөндә шәфәғәттәрен беҙгә лә насип ит.

Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдең һәм анабыҙ Һауа радыйаллаһу ғәнһәнең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл.

Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып бөгөнгө көнгә тиклем ер йөҙөнә килеп киткән барлыҡ мөьмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл.

Зыяраттарыбыҙҙа мәрхүм-мәрхүмә булып, беҙҙән доға өмөт итеп ятҡан барлыҡ мөьмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл.

Минән (ошо нигеҙҙән) доға өмөт иткән вафат булған барлыҡ туғандарымдың — атай-әсәйҙәремдең, олатай-өләсәйҙәремдең, остаздарымдың, «доғанан ташлама» тип васыят әйткән дуҫтарымдың, таныштарымдың, күршеләремдең — рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл. Уларҙы минән риза ҡыл. (Теләһәгеҙ, мәрхүмдәрҙең исемдәрен атап та доға ҡылырға була.)

Ҡәберҙәрен иман нуры, Ҡөрьән нуры, Ислам нуры менән нурландыр. Донъяла бәндәселек менән ҡылған гонаһ-хаталарын ғәфү ит, ҡылған изгелектәренең сауабын арттыр, ахирәттәге урындарын йәннәттә ҡыл.

Уҡыған Ҡөрьән аяттарыбыҙҙы уларға Сират күперен үткәндә юл күрһәтеүсе, тамуҡ утынан пәрҙә һәм йәннәткә инеүҙәренә сәбәпсе ҡыл.
Просмотры: 74
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Баймаҡ еренең ғорурлығы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова – беҙҙең замандың тере классигы. Уның "Бөйрәкән" романы, "Тәңкәле ҡыҙ" повесы һәм башҡа бихисап әҫәрҙәре аша нисәмә быуын тәрбиәләнде. Әҙибәнең ижады бөгөн – халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, ә геройҙары – тоғролоҡ һәм саф күңеллелек өлгөһө.

28 октябрҙә район мәҙәниәт йортонда Таңсулпан Ғарипованың 7 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы сығыуына арналған төбәк-ара "Тәңкәле ҡыҙ-2026" бәйгеһе уҙғарылды. Бығаса район кимәлендә генә үткән конкурс быйыл үҙенең сиктәрен киңәйтеп, төбәк-ара статус алды. Бәйгелә Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан килгән иң уңған, зирәк һәм дәртле ҡыҙҙар ҡатнашты.

Бәйгенең иң хөрмәтле ҡунаҡтары – Таңсулпан Ғарипова һәм танылған яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай булды.

Сағыу, тулҡынландырғыс һәм йәнле сара аҙағында Таңсулпан Ғарипова бөтә ҡатнашыусыларға үҙенең йылы рәхмәтен белдереп, иҫтәлекле бүләктәрен һәм яңы сыҡҡан 7-се том китаптарын тапшырҙы.
Просмотры: 85
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән

13 йылға иркенән мәхрүм ителгән Башҡортостан хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Алан Марзаев Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Хәҙер ул махсус хәрби операция биләмәһендә. Был хаҡта уның "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге шәхси сәхифәһендә хәбәр ителә. Марзаев үҙ ғәйебен кире ҡаға. Ул Рәсәй Федерацияһының Юғары судына кассация шикәйәте яҙған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл август айында Һамарҙа Алтынсы кассация суды үҙенең ҡарары менән Марзаевҡа беренсе инстанция суды тартып алған маҡтаулы исемдәрен һәм наградаларын кире ҡайтарҙы, әммә 13 йыл срокты көсөндә ҡалдырҙы. 2025 йылдың ноябрендә Өфөнөң Ленин районы суды Алан Марзаевты ришүәт алыуҙа ғәйепле тип тапты һәм 13 йылға ҡаты режимлы колонияға, 561 миллион һум штрафҡа хөкөм итте.
Просмотры: 102
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Коллектив менән — «Һаҡмар»ға!
Тыуған телебеҙҙе, милли матбуғатыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереү — һәр беребеҙҙең изге бурысы. Илһамлы ла, яуаплы ла ошо юлда беҙҙең "Айыуҡай" башҡорт балалар баҡсаһы коллективы һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Беҙ үҙебеҙҙең яратҡан район гәзитебеҙ — «Һаҡмар»ҙың һәр яҙылыу кампанияһында әүҙем ҡатнашабыҙ, дуҫтарса берҙәмлек күрһәтәбеҙ.
Гәзиткә яҙылып ҡына ҡалмайбыҙ, уның һәр һанын ҡалдырмай уҡып, матбуғат аша тыуған районыбыҙҙың тын алышын, яңылыҡтарын күҙәтеп барабыҙ.
Хөрмәтле милләттәштәр, дуҫтар! Нәҡ туған телдә сыҡҡан баҫмалар беҙҙең рухыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм киләсәгебеҙҙе билдәләй. Тел хазинабыҙ юғалмаһын, балаларыбыҙ әсә телендә һөйләшеп үҫһен тиһәк, үҙебеҙҙең гәзит-журналдарҙы дәррәү уҡыйыҡ, Коллектив менән — «Һаҡмар»ға!
Тыуған телебеҙҙе, милли матбуғатыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереү — һәр беребеҙҙең изге бурысы. Илһамлы ла, яуаплы ла ошо юлда беҙҙең башҡорт балалар баҡсаһы коллективы һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә бара. Беҙ үҙебеҙҙең яратҡан район гәзитебеҙ — «Һаҡмар»ҙың һәр яҙылыу кампанияһында әүҙем ҡатнашабыҙ, дуҫтарса берҙәмлек күрһәтәбеҙ.
Гәзиткә яҙылып ҡына ҡалмайбыҙ, уның һәр һанын ҡалдырмай уҡып, матбуғат аша тыуған районыбыҙҙың тын алышын, яңылыҡтарын күҙәтеп барабыҙ. Ҡәҙерле ҡәләм оҫталары менән ошондай тығыҙ бәйләнештә булыуыбыҙ беҙгә ҙур ғорурлыҡ өҫтәй.
Хөрмәтле милләттәштәр, дуҫтар! Нәҡ туған телдә сыҡҡан баҫмалар беҙҙең рухыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм киләсәгебеҙҙе билдәләй. Тел хазинабыҙ юғалмаһын тиһәк, үҙебеҙҙең гәзит-журналдарҙы дәррәү алдырайыҡ, уларҙы һәр яҡлап хуплап, терәк булайыҡ!
Башҡорт телендәге матбуғатты бергәләп яҡлайыҡ һәм уҡыйыҡ! «Һаҡмар» гәзите һәр өйҙөң көтөп алған ҡунағы булһын! уларҙы һәр яҡлап хуплап, терәк булайыҡ!
Просмотры: 119
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
-Оҙайлы ғүмер осоронда төрлөһөн кисерҙек, төрлө ваҡыттар булды, әммә икәү татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне,-ти Байыш ауылынан Тәнзилә һәм Мисбах Ласыновтар.
Улар бергә йәшәүҙәренең 60 йылын - гәүһәр туйҙарын билдәләй. Ласыновтар оҙаҡ йылдар урындағы хужалыҡтың малсылыҡ тармағында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветерандары.Улар биш балаға ғүмер бүләк итә, хәҙер инде ейәндәр һөйөп кинәнә.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре юбилярҙарҙы ҡотлап, ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарына, ҡаршылыҡтарына бирешмәй ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Ласыновтар ғаиләһенә артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен,тигән теләктәрен еткерҙе.
Просмотры: 146
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
"Беренсе Төркмән мәктәбе уҡытыусылары яугирҙәргә ярҙам итеү эшенә ҡушылып, маскировка селтәрҙәре үрҙе һәм окоп шәмдәре әҙерләне. Был эшкә ваҡытын һәм көсөн бүлгән барлыҡ уҡытыусыларға ихлас рәхмәт!

Һәр селтәрҙә, һәр шәмдә — яугирҙәргә арналған хәстәрлек һәм изге теләк. Берҙәмлегебеҙ көс өҫтәһен, егеттәребеҙ имен-һау ҡайтһын!" - тип хәбәр итте төркмәндәр.
Просмотры: 125
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти