Коллектив менән — «Һаҡмар»ға!
Тыуған телебеҙҙе, милли матбуғатыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереү — һәр беребеҙҙең изге бурысы. Илһамлы ла, яуаплы ла ошо юлда беҙҙең "Айыуҡай" башҡорт балалар баҡсаһы коллективы һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Беҙ үҙебеҙҙең яратҡан район гәзитебеҙ — «Һаҡмар»ҙың һәр яҙылыу кампанияһында әүҙем ҡатнашабыҙ, дуҫтарса берҙәмлек күрһәтәбеҙ.
Гәзиткә яҙылып ҡына ҡалмайбыҙ, уның һәр һанын ҡалдырмай уҡып, матбуғат аша тыуған районыбыҙҙың тын алышын, яңылыҡтарын күҙәтеп барабыҙ.
Хөрмәтле милләттәштәр, дуҫтар! Нәҡ туған телдә сыҡҡан баҫмалар беҙҙең рухыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм киләсәгебеҙҙе билдәләй. Тел хазинабыҙ юғалмаһын, балаларыбыҙ әсә телендә һөйләшеп үҫһен тиһәк, үҙебеҙҙең гәзит-журналдарҙы дәррәү уҡыйыҡ, Коллектив менән — «Һаҡмар»ға!
Тыуған телебеҙҙе, милли матбуғатыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереү — һәр беребеҙҙең изге бурысы. Илһамлы ла, яуаплы ла ошо юлда беҙҙең башҡорт балалар баҡсаһы коллективы һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә бара. Беҙ үҙебеҙҙең яратҡан район гәзитебеҙ — «Һаҡмар»ҙың һәр яҙылыу кампанияһында әүҙем ҡатнашабыҙ, дуҫтарса берҙәмлек күрһәтәбеҙ.
Гәзиткә яҙылып ҡына ҡалмайбыҙ, уның һәр һанын ҡалдырмай уҡып, матбуғат аша тыуған районыбыҙҙың тын алышын, яңылыҡтарын күҙәтеп барабыҙ. Ҡәҙерле ҡәләм оҫталары менән ошондай тығыҙ бәйләнештә булыуыбыҙ беҙгә ҙур ғорурлыҡ өҫтәй.
Хөрмәтле милләттәштәр, дуҫтар! Нәҡ туған телдә сыҡҡан баҫмалар беҙҙең рухыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм киләсәгебеҙҙе билдәләй. Тел хазинабыҙ юғалмаһын тиһәк, үҙебеҙҙең гәзит-журналдарҙы дәррәү алдырайыҡ, уларҙы һәр яҡлап хуплап, терәк булайыҡ!
Башҡорт телендәге матбуғатты бергәләп яҡлайыҡ һәм уҡыйыҡ! «Һаҡмар» гәзите һәр өйҙөң көтөп алған ҡунағы булһын! уларҙы һәр яҡлап хуплап, терәк булайыҡ!