Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Баймаҡ еренең ғорурлығы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан…

Баймаҡ еренең ғорурлығы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова – беҙҙең замандың тере классигы. Уның "Бөйрәкән" романы, "Тәңкәле ҡыҙ" повесы һәм башҡа бихисап әҫәрҙәре аша нисәмә быуын тәрбиәләнде. Әҙибәнең ижады бөгөн – халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, ә геройҙары – тоғролоҡ һәм саф күңеллелек өлгөһө.

28 октябрҙә район мәҙәниәт йортонда Таңсулпан Ғарипованың 7 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы сығыуына арналған төбәк-ара "Тәңкәле ҡыҙ-2026" бәйгеһе уҙғарылды. Бығаса район кимәлендә генә үткән конкурс быйыл үҙенең сиктәрен киңәйтеп, төбәк-ара статус алды. Бәйгелә Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан килгән иң уңған, зирәк һәм дәртле ҡыҙҙар ҡатнашты.

Бәйгенең иң хөрмәтле ҡунаҡтары – Таңсулпан Ғарипова һәм танылған яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай булды.

Сағыу, тулҡынландырғыс һәм йәнле сара аҙағында Таңсулпан Ғарипова бөтә ҡатнашыусыларға үҙенең йылы рәхмәтен белдереп, иҫтәлекле бүләктәрен һәм яңы сыҡҡан 7-се том китаптарын тапшырҙы.
Просмотры: 111
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти