Открытый канал ID 68993314725946

Башҡортостан ҡыҙы

Дочь Башкортостана

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

В Уфе появилась Аллея отцов

Новые деревья высадили на проспекте Салавата Юлаева. Возле каждого саженца разместили QR-код, по которому можно узнать, кто его посадил.

В акции участвовали представители «Совета мужчин» Башкирии, главный судебный пристав республики Дмитрий Бровченко, а также сотрудники ведомства вместе со своими детьми.

Аллея станет не только новым зелёным пространством города, но и напоминанием о важной роли отцов в жизни семьи.

"Уфа, Башкирия, Россия" төркөмөнән
Просмотры: 67
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал
Айгөл МИҢЛЕБАЕВА диуарынан
* * *
МУТАКИ
... Гел бәлеш буламы тип, күптән хыялда йөрөгән мутаки тигән тәмлекәсте бешерергә булып киттем.
Рецепты эҙләп алдым да, эй минең кефир юҡ бит тип ҡайғырып киттем.
Ярай инде, фантазия нимә өсөн!?.
- 500грамм он
- 3 күкәй
- ярты стакан шәкәр ҡомо
- самалап тоҙ ,1 ҡалаҡ тултырмай
- 30грамм пресланған дрожжи
- 100грамм май
- 1,5 стакан һөт
- 2 ҡалаҡ магазин ҡаймағын һөткә туҡыным да күкәй,тоҙ, шәкәр, йомшарған маргаринды, йылы һыуға иҙелгән преслы әсеткене ҡушып, ондо әҙ әҙләп кенә өҫтәй-өҫтәй ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырға тип әҙерләгән шыйыҡсағыҙ етмәҫтәй булһа, һыу ҡушығыҙ самалап.
Минеке 0,5 кг - дан күберәк он китте.
Ҡамырҙы ярты сәғәткә ултыртып торҙом, аҙаҡ ҙур йәйем итеп йәйҙем.Фотолағы кеүек ҡырҡып сығығыҙ.Мутаки эслеге өсөн повидло, тартылған муйыл, еләк алырға була.
Мин алма повидлоһы һалдым. 2018 йылда повидлоны ныҡ күп эшләгән инем, бәлешкә, татыу ғаилә , мутаки эслектәренә шул тиклем йәтеш нәмә.

Ҡалған ҡамырыма муйыл һалып, татыу ғаилә тәмлекәсен эшләп ҡуйҙым.
Рәхәтләнеп сәй эстек. Салауат ҡалаһына юлланған улыма күстәнәс итеп һалдым. Иртәгә интернаттағы иптәштәремә лә киске сәйгә алып барырмын йәме әсәй, тип Динәм хәстәрләп ҡуйҙы...
... Бешереп ҡарағыҙ, минекеләргә оҡшаны. Повидло ҡуйыраҡ булырға тейеш, бик күп тә һалмағыҙ, әтеү ағып сыға!
Күңелле эш сәғәттәре теләп ҡалам!
Иҫән - һау ғына булығыҙ!

С/м: Айгөл
От Башкортостан Кызы
Просмотры: 82
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
БЫНЫ ҺӘР МОСОЛМАН БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ!


ИлаһЫбыҙ — АЛЛАҺ!

Китабыбыҙ — ҠӨРЬӘН!

Ҡиблабыҙ — ҠӘҒБӘ!

Пәйғәмбәребеҙ — МӨХӘММӘД МОСТАФА САЛЛАЛЛАҺУ ҒӘЛӘЙҺИ ҮӘ СӘЛЛӘМ!

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР!

Йоҡлар алдынан Аллаһты зекер итеү, Уны маҡтау һәм ғәфү үтенеү — сауаплы ғәмәл.

Йә, Аллаһ!

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

СҮБХӘНАЛЛАҺ!

Лә иләһә илләллаһ!

Әстәғфируллаһ!

Аллаһу әкбәр!

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын! Әмин!

ҠӨРЬӘН СҮРӘЛӘРЕ:

ФӘТИХӘ — Аллаһтың рәхмәтен һорап уҡыла.

ЙӘСИН — үлем һәм ахирәт тураһында иҫкә төшөрә.

МҮЛК — ҡәбер ғазабынан һаҡланыу менән бәйле хәҙистәрҙә телгә алына.

УАҠИҒА — Ҡиәмәт көнө һәм кешеләрҙең ахирәттәге хәле тураһында һөйләй.

КӘҮСӘР — Аллаһтың Пәйғәмбәребеҙгә биргән ниғмәттәре тураһында.

КӘФИРУН — иманда ныҡ торорға һәм ширектән алыҫ булырға өйрәтә.

ИХЛАС — Аллаһтың берлеген раҫлай.

ФӘЛӘҠ — яуызлыҡтан Аллаһҡа һыйыныу сүрәһе.

НӘС — шайтандың ҡотҡоһонан Аллаһҡа һыйыныу сүрәһе.

РАББӘНӘ ДОҒАЛАРЫ

Раббәнәә әәтинәә фид-дүнйәә хәсәнәтәү үә фил-әәхирати хәсәнәтәү үә ҡинәә ғәзәәбән-нәәр.

🤲Раббәнәғфир лии үә лиүәлидәййә үә лил-мүьминиинә йәүмә йәҡуумүл-хисәәб.

Мәғәнәләре:

«Эй, Раббыбыҙ! Беҙгә был донъяла ла, ахирәттә лә яҡшылыҡ бир һәм беҙҙе ут ғазабынан һаҡла!»

«Әл-Бәҡара» сүрәһе, 201-се аят.

«Эй, Раббыбыҙ! Хисап көнөндә мине, атай-әсәйемде һәм барлыҡ мөьминдәрҙе ярлыҡа!»

«Ибраһим» сүрәһе, 41-се аят.

Уҡыған сүрә-аяттарыбыҙҙы, ҡылған доғаларыбыҙҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен!

Йөрәктәребеҙҙе иман нуры менән тултырһын, ғаиләләребеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт һәм именлек насип итһен!

ӘМИН, ЙӘ РАББЫЛ ҒӘЛӘМИН! 🤲"
Просмотры: 94
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бөгөн Атайҙар көнө. РФ Президентының 2021 йылдың 4 октябрендәге 573-сө Указы менән «Ғаилә институтын нығытыу һәм балалар тәрбиәләүҙә аталыҡтың әһәмиәтен арттырыу маҡсатында» октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.

Хөрмәтле АТАЙҘАР!

Һеҙҙе ысын күңелдән байрамығыҙ айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙгә рух ныҡлығы, ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет теләйбеҙ!

АТАЙЫМА

Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,
Сабырлығың, тыныс аҡылың
Бәләкәйҙән миңә терәк булды,
Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.

Атай, матур һүҙҙәр һөйләмәйһең,
Ләкин күҙҙәреңдә күпме наҙ!
- Атайыма әйтәм! – тиһәм әгәр,
Минән ҡурҡты хатта ата ҡаҙ.

Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,
Һин булғанға башым юғары,
Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,
Шуға ышаныслы юлдарым.

Атай, һинең менән донъя йәмле,
Шат йылмая һәр көн әсәйем,
Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,
Тыныс күңел менән йәшәйем.

Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан,
Хаталарым булһа, ғәфү ит,
Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа!
Һин – донъяла иң шәп атай бит!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Просмотры: 235
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
▶ видео
Ысын байлыҡ ниҙә?

Кемдер аҡса, машина, ҡыйбатлы сәғәттәр һәм башҡаларҙы атар.

Ысын байлыҡ ул:
- Ваҡыт;
- Һаулыҡ;
- Күңел тыныслығы;
- Бер ҡайҙа ла ҡабаланырға кәрәкмәгән. тыныс иртә;
- Сәйәхәт итеү мөмкинлеге;
- Тыныс күңел менән ял итеү;
- Өй аҙығын ашау;
- Тәрән һәм тыныс йоҡо;
- Тыныс, әммә күңелле көндәр;
- Йөкмәткеле һөйләшеүҙәр;
- Һине яратҡан һәм һиңә оҡшаған кешеләр.

Фото Р. Хисаева
Просмотры: 178
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Йәш өҫтәлгән һайын хәтер насарая бара, шунлыҡтан мейене һәр ваҡыт эшләтеп торорға кәрәк.

Зиһенде күнектереү өсөн түбәндәге шөғөлдәр файҙалы:
- шахмат уйнау;
- судоку сисеү;
- кубик-рубик уйнатыу;
-стратегик өҫтәл уйындарын уйнау;
- сит ил телдәрен өйрәнеү;
- тауыш менән эшләү;
- философия уҡыу;
- кубик- рубикты ваҡытҡа йыйыу;
- оригами эшләү;
- музыкаль инструментта уйнау;
- программалау;
- ғилми эксперименттар эшләү;
- кроссворд сисеү;
- һүрәт төшөрөү;
- миниатюр ағастар үҫтереү;
- телдән иҫәпләү.
Просмотры: 267
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Башҡортостан ҡыҙы» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти