Хәйерле йоҡо 🥰
Дашборд
14 октября — 20 октября 2026
Загрузка…
Главные числа
Рост аудитории
+43подписчиков за период
+13 самый большой прирост · 16 окт 2026 −1 самая большая убыль · 20 окт 2026
Индекс качества
Индекс качества пока не рассчитан. Он появляется у каналов от 500 подписчиков, которые публикуют посты хотя бы раз в неделю, после недели наблюдения.
Просмотры и охват
8 484просмотров за период 7,3 %
Средний охват поста — 184 просмотров (посты старше двух суток).
Вовлечённость подписчиков
2,35 %ER = реакции ÷ просмотры 0,2 п. п.
Индекс цитируемости
Индекс цитируемости пока не рассчитан: он появится после ночного расчёта, когда канал упомянут другие каналы.
Когда и сколько публикует
Форматы публикаций
Каждый пост — точка
Выше — больше просмотров, крупнее — больше реакций. Нажмите на точку, чтобы открыть пост.
Итоги периода
Нажмите на показатель — ниже он появится по точкам периода
Реклама в канале
Лучшие публикации
По просмотрам за период
Публикации по дням
Бледные столбики — дни, линия — среднее за 7 дней: видно, разгоняется канал или затихает
Данные обновлены в 23:38 по Москве. Просмотры — текущие у постов, вышедших в эти дни; средний охват — по постам старше двух суток. Как считается индекс качества
Публикации за период
Загрузка…
Хәйерле йоҡо 🥰
Сегодня мы в Самарканде – туристической жемчужине этой замечательной гостеприимной страны. Поэтому один из вопросов, который обсудили с хокимом Самаркандской области Адизом Музафаровичем Бобоевым, касался развития прямого авиасообщения.
Также планируем совместную работу и в других направлениях. В частности, в сельском хозяйстве.
По приглашению генерального директора компании Lasselsberger Йозефа Лассесбергера вместе с хокимом Ташкентской области Зойиром Тоировичем Мирзаевым в Самарканде посетили завод по производству стройматериалов Cemix. Сейчас мы ведем переговоры о расширении нашего взаимодействия с этим международным холдингом, поэтому сегодняшняя поездка – еще один шаг в этом направлении.
На завтра у нас тоже большие планы – на территории башкирско-узбекского технопарка «Бекабад» в Ташкентской области мы дадим старт строительству нашего первого завода. Обо всем обязательно расскажу.
▶ видео
Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың Профсоюздар йорто алдындағы скверҙа урынлашҡан шағир һәйкәленә сәскәләр һалды, уның әҫәрҙәрен һәм әҙип хаҡында шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Мостай Кәримде "рухи атай" тип атаны һәм шиғырын уҡып үтте. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Фәнүр Шәйхисламов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов телмәр тотто, улар Башҡортостандың халыҡ шағиры ижадының әһәмиәтен билдәләп үтте, уның тәрән аҡылы, ижады, ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт әйтте.
Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова:
- Беҙҙе бөгөн, ҡояшлы матур көндә, атайым тағы ла барыбыҙҙы бергә йыйҙы. Уның бөтә ижады тәрән һөйөүгә ҡоролғайны, ул кешеләрҙе яратты, кешеләр менән аралашыуҙан илһам ала ине. Бөгөн беҙ бергә, осрашыуға шатбыҙ, бер-беребеҙҙе яратабыҙ һәм һәр саҡ шулай булһын, ярҙам итеп, аңлап, татыу йәшәргә яҙһын.
Атайым һәр саҡ йәштәрҙе яратты, беҙ ҙә йәштәр менән осрашырға, аралашырға яратабыҙ. Бөгөн ҙур ихласлыҡ менән беҙ әүҙем йәштәребеҙгә исемле стипендиялар тапшырабыҙ, - тине һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд стипендиаттарына премиялар бирҙе.
Был бәхетле исемгә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары Гөлназ Солтанғолова һәм Вилдан Шәмсетдинов лайыҡ булды.
Бөйөк шағирыбыҙҙың тыуған көнөндә уның шиғырҙарын уҡып алайыҡ әле, ҡәҙерле дуҫтар!
Әлфиәгә
Донъям тотҡалары һирәк минең,
Һирәк булды минең таянысым.
Тыуғаныңдан бирле, аҡ фәрештәм,
Һин өмөтөм булдың, ҡыуанысым.
Бит Әлфиә тигән исемең дә,
Тәүге иртә, тәүге нур һымаҡ,
Һинең бер ҡарашың, бер ауазың,
Изге доға, моңло йыр һымаҡ.
Минең өсөн һин һаман да сабый -
Хәсрәттәрҙән азат, хәүефтән...
Һоҡланып та һине, борсолоп та
Күңелем бишегемдә бәүелтәм.
-------------------------------------------------------
Ҡыш килгәс
Алыҫта урман,
Урманда томан.
Ерҙе ҡаплаған
Аҡ мамыҡ юрған.
Тышта ел өрә,
Ҡарҙы һеперә,
Мин өйҙә торам
Һалҡынға күрә.
Тышта ата ҡаҙ.
Ул, меҫкен, бойоҡ.
-Эсәй, ниңә уның
Бер аяғы юҡ?
1938
--------------------------------------------------------
Алыҫта ҡалған эҙҙәр
(Ағиҙел ярында таш тора. М.Ғафури был таш эргәһенә баҫып, «Өфө сәхрәләре»н күҙәтергә яратҡан.)
Яр ташына киләм көҙ һайын:
Йә елләнеп ямғыр һибелә,
Йә ҡараңғы тымыҡ төн була,
Йә ай нуры төшә Иҙелгә,
Яр ташына киләм көҙ һайын.
Бында торған шағир яңғыҙы,
Күңел күген ҡайғы ҡаплаһа,
Йыр дауылы ҡупһа йөрәктә,
Йә донъяһын онотоп шатланһа,
Бында торған шағир яңғыҙы.
Иҙел шаһит, Иҙел, сая Иҙел-
Шундай минуттарҙа ҡойолған
Ауыр йәштәр, ут тамсыһы булып,
Ошо яр ташына уйылған.
Иҙел шаһит, Иҙел, сая Иҙел.
Баҫып торған ташҡа тянып,
Был Иҙелдәй тәрән, мул ғүмер,
Иркен дала һуҙыла алыҫҡа,
Ул, далаға тиңдәш киң күңел,
Баҫып торған ташҡа таянып.
Мин эҙҙәрен эҙләп шағирҙың,
Баҫмаммы тип ҡаты һағышты,
Ишетә алмаммы тип шул ерҙә
Инде ҡабатланмаҫ тауышты,
Мин эҙҙәрен эҙләп шағирҙың,
Яр ташына киләм көҙ һайын.
Йә елләнеп ямғыр һибелә,
Йә ҡараңғы тымыҡ төн була,
Йә ай нуры төшә Иҙелгә,
Яр ташына киләм көҙ һайын.
1940
-----------------------------------------------
Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа,
Ерҙә мин бер шундай юламан,
Көндөҙ мин – ҡояшҡа, ә төндәрен
Йондоҙҙарға ҡарап юл алам.
Иренемде ҡаршы елдәр киҫте,
Сәсемдә сал – йылдар туҙаны,
Ишектәрҙе шаҡып инәмен дә
Йөрәктәрҙе ҡағып уҙамын.
Тик ҡояшты болот ҡаплап китә
Көндәр боҙоҡ, йонсоу заманда.
Йондоҙҙар ҙа,
Хатта йондоҙҙар ҙа
Томалана төнгө томанда.
Аяҙҙа ла йонсоу көндәрҙә лә
Ғүмер юлы тигән араны
Уҙған саҡта,
Йондоҙҙарҙай күреп,
Мин күҙҙәргә ҡарап барамын,
Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу
Күҙҙәренә ҡарап барамын, -
Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,
Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.
1963
▶ видео
БР Милли музейында техник фәндәр кандидаты, билдәле этнограф Айгөл Камалиеваның «О чем звенят подвески. Декор башкирского костюма» китабының исем туйы гөрләп үтте.
bashkizi.ru/articles/e...
Ниһайәт, беҙ "Ҡыпсаҡ" позывнойлы яугирҙы Зәкиә инәй менән осраштырҙыҡ.
Бик дәртле, сос булып сыҡты Зәкиә Ҡунаҡасова. Беҙ килеүгә матур итеп кейенеп, әҙерләнеп торған.
- Хәйбулла районы Иләҫ Турат ауылында тыуып үҫтем, Аҡъярҙа райком партияһында эшләнем. Тормош иптәшем Әмир менән 52 йыл бергә татыу ғүмер кисерҙек. Ике ҡыҙ үҫтерҙек. Бына инде 12 йыл Өфөлә торам. Тормош иптәшем вафат булды, - ти Зәкиә инәй.
83 йәш булыуға ҡарамаҫтан, хәтере шәп.
- БДУ-ны тамамланым . Кирәй Мәргән диплом етәксем булды. Диплом эшемде китап итеп сығарҙым, - тип, беҙгә ике китабын бүләк итте ул. Хәйбулла районы легенда-риүәйәттәрен йыйып баҫтырған егәрле инәй.
Ғүмере буйы халыҡтың йырҙарынан да айырылмаған, сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөгән.
- Аяҡтарығыҙ йылыла йөрөһөн, тиҙерәк еңеп ҡайтығыҙ тип, үҙе бәйләгән йылы ойоҡтарҙы "Ҡыпсаҡ" позывнойлы яугирға бүләк итте.
Татыу ғаилә – ил күрке.
Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.
Ҡояш янында - йылылыҡ, әсә янында - изгелек.
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.
Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә.
Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет,түҙ.
Иреңдән айырылғансы күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын
Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр.
Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр.
Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
Бала - ата-инәгә алтын бағана.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.
Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.
Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.
Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.
Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…