Бер көндө редакциябыҙға бер инәй шылтыратып, үҙе бәйләгән йөн ойоҡтарҙы үҙ ҡулдары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирға тапшырырға теләүе хаҡында әйтте һәм беҙгә шул осрашыуҙы ойошторорға ярҙам итеүен үтенгәйне.
Ниһайәт, беҙ "Ҡыпсаҡ" позывнойлы яугирҙы Зәкиә инәй менән осраштырҙыҡ.
Бик дәртле, сос булып сыҡты Зәкиә Ҡунаҡасова. Беҙ килеүгә матур итеп кейенеп, әҙерләнеп торған.
- Хәйбулла районы Иләҫ Турат ауылында тыуып үҫтем, Аҡъярҙа райком партияһында эшләнем. Тормош иптәшем Әмир менән 52 йыл бергә татыу ғүмер кисерҙек. Ике ҡыҙ үҫтерҙек. Бына инде 12 йыл Өфөлә торам. Тормош иптәшем вафат булды, - ти Зәкиә инәй.
83 йәш булыуға ҡарамаҫтан, хәтере шәп.
- БДУ-ны тамамланым . Кирәй Мәргән диплом етәксем булды. Диплом эшемде китап итеп сығарҙым, - тип, беҙгә ике китабын бүләк итте ул. Хәйбулла районы легенда-риүәйәттәрен йыйып баҫтырған егәрле инәй.
Ғүмере буйы халыҡтың йырҙарынан да айырылмаған, сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөгән.
- Аяҡтарығыҙ йылыла йөрөһөн, тиҙерәк еңеп ҡайтығыҙ тип, үҙе бәйләгән йылы ойоҡтарҙы "Ҡыпсаҡ" позывнойлы яугирға бүләк итте.