Бөгөн Атайҙар көнө. РФ Президентының 2021 йылдың 4 октябрендәге 573-сө Указы менән «Ғаилә институтын нығытыу һәм балалар тәрбиәләүҙә аталыҡтың әһәмиәтен арттырыу маҡсатында» октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Хөрмәтле АТАЙҘАР!
Һеҙҙе ысын күңелдән байрамығыҙ айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙгә рух ныҡлығы, ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет теләйбеҙ!
АТАЙЫМА
Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,
Сабырлығың, тыныс аҡылың
Бәләкәйҙән миңә терәк булды,
Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.
Атай, матур һүҙҙәр һөйләмәйһең,
Ләкин күҙҙәреңдә күпме наҙ!
- Атайыма әйтәм! – тиһәм әгәр,
Минән ҡурҡты хатта ата ҡаҙ.
Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,
Һин булғанға башым юғары,
Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,
Шуға ышаныслы юлдарым.
Атай, һинең менән донъя йәмле,
Шат йылмая һәр көн әсәйем,
Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,
Тыныс күңел менән йәшәйем.
Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан,
Хаталарым булһа, ғәфү ит,
Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа!
Һин – донъяла иң шәп атай бит!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Хөрмәтле АТАЙҘАР!
Һеҙҙе ысын күңелдән байрамығыҙ айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙгә рух ныҡлығы, ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет теләйбеҙ!
АТАЙЫМА
Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,
Сабырлығың, тыныс аҡылың
Бәләкәйҙән миңә терәк булды,
Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.
Атай, матур һүҙҙәр һөйләмәйһең,
Ләкин күҙҙәреңдә күпме наҙ!
- Атайыма әйтәм! – тиһәм әгәр,
Минән ҡурҡты хатта ата ҡаҙ.
Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,
Һин булғанға башым юғары,
Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,
Шуға ышаныслы юлдарым.
Атай, һинең менән донъя йәмле,
Шат йылмая һәр көн әсәйем,
Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,
Тыныс күңел менән йәшәйем.
Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан,
Хаталарым булһа, ғәфү ит,
Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа!
Һин – донъяла иң шәп атай бит!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.