Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 69302550339642

АМАНАТ журналы

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Ауырғазы районында мировой судья 42 йәшлек ҡатынға “бәлиғ булмағанды ғүмергә хәүеф менән янаған ғәмәлдәргә ылыҡтырған өсөн” статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарған.
 
Ентеклерәк – бында:
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-29/ber-s-g-ulyna-moped-al-an-s-n-h-k-m-arary-sy-an-4858942
Просмотры: 25
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бөгөн – комсомолдың тыуған көнө! 🚩
 
108 йыл элек Коммунистик Йәштәр Союзы барлыҡҡа килгән.
 
Советтар Союзында ВЛКСМ йәштәрҙе туплаған, рухландырған, дәртләндергән, бөйөк эштәргә һәм ҡаһарманлыҡтарға ылыҡтырған ойошма була.
 
Комсомолдар йәш Совет республикаһы менән бергә граждандар һуғышы уттары аша үтә. Уҡый, белем ала. Электр станциялары һәм заводтар, юлдар һәм яңы ҡалалар һала. Бөйөк Ватан һуғышында  Зоя Космодемьянская, “Йәш гвардия”сылар, Александар Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәм бик күп  комсомолдар фашизмға ҡаршы көрәшә. Миллиондарса үҫмерҙәр һәм йәштәр тәүлектәр буйы станоктар артында тора, иген үҫтерә, яралыларҙы тәрбиәләй. Бөйөк Еңеүҙә комсомол йәштәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур була.
 
Советтар Союзының бөтә ҡаҙаныштарында йәштәрҙең өлөшө тос.
 
Бына шундай булды ул 1918 йылдың 29 октябрендә донъяға килгән ойошма.
Просмотры: 22
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостанда Халыҡ фронты  “Еңеү өсөн!”  фекерҙәштәр төркөмө ирекмәндәре өсөн беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса дүрт сәғәтлек дәрес үткәрҙе.
 
Ентеклерәк – сайтта:
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-28/irekm-nd-r-berense-yar-am-k-r-terg-yr-nde-4858282
 
Фото: Индира Заһиҙуллина.
Просмотры: 34
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 9-сы "Б" синыфы уҡыусыһы Рушана ҒИЛМАНОВА  олатаһы менән өләсәһенә бағышлап шиғыр яҙған:
 
Олатайым, өләсәйем,
Яратабыҙ беҙ һеҙҙе.
Йөрәк йылыһын биреп,
Үҫтерәһегеҙ беҙҙе.

Шундай рәхәт, иркәләнеп,
Үҫеү ҡосағығыҙҙа.
Ялҡындары дөрләп яна
Ғаилә усағыбыҙҙа.

Һеҙгә Хоҙай ғүмер бирһен,
Ап-аҡ бәхет юлдары.
Яҡты хәтирәләр булыр
Бала саҡтың йылдары.
 
Фото:  ҒИЛМАНОВА Рушана.
Просмотры: 38
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Фотоңды яһалма аңдан матурлаттырыу психиканы боҙа, ти  белгестәр. Матурлатырған, гламурлаштырылған фотоһына ҡарай торғас, кеше уны ысын итеп күрә башлай. Нисек тә шуға яраҡлы булырға тырыша.
 
🏃 Юҡ артынан ҡыуа бит! Ысынбарлыҡ менән камил идеал араһындағы упҡын аша  барыбер үтә алмай .
 
😭 Ул  төшөнкөлөккә бата, үҙенән ҡәнәғәт була белмәй.
 
🙏 Йәшәп ятҡанына, иҫән-һау булғанына, уҡыуы, эштәре һәүетемсә алға китеп барғанына шөкөр итергә онота.
 
🤷‍♂️ Сиргә һабышмаһаң да һабышырһың...
 
Һүрәт: нейроселтәр генерацияһы / Башинформ архивы.
Просмотры: 116
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бөйөк Ватан һуғышы барғанда Белоруссияның һәр өсөнсө кешеһе һәләк булған. Беларусь Республикаһының  “Һәр өсөнсө” тигән проекты шул фажиғәгә арналған.
 
Тулыраҡ – бында:
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-28/r-s-ns-proekty-tarihi-d-r-l-kt-terge-4857686
Просмотры: 45
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Кисә махсус хәрби операция ветерандары Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының М. Абдуллин исемендәге 1-се мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән осрашҡан. Улар ғәҙәттән тыш хәлдәргә тарығанда файҙаһы тейерлек  күнекмәләр үткәргән, кәңәштәр биргән.  
Ҡораллы һөжүм, янғын йә  ашығыс эвакуация осрағында нимә эшләргә?  
 
Ентеклерәк – сайтта:
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-28/yaugir-ar-birg-n-aba-tar-onotolma-4857629
Просмотры: 43
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Октябрь айының һуңғы көндәре ҡоро була. Һауа температуарһы төнөн –3, –8, көндөҙ +10 +15. Рәхәт көндәр.
 
КӨҘ 🍂🍁🕸
Игендәр урылған, 
Уңыштар йыйылған, 
Бесән дә сабылған, 
Эҫкерттәр ҡойолған. 
Ел менән ҡыуышып, 
Япраҡтар ҡойола, 
Осар ҡош талпынып, 
Китергә йыйына. 
Кескенә бер турғай 
Шатланып йыр йырлай 
– Минең ер –  Гөлөстан, 
Ҡурҡмайым мин ҡыштан! 
Уңһам да, туңһам да, 
Китмәйем илемдән! 
Мин ғәзиз еремдән! 
 
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
 
📷 Фото авторы: БАҺАУЕТДИНОВА Азалия, Белорет ҡалаһы  17-се гимназияһының 4-се “Д” синыфы уҡыусыһы.
 
#Аманат_конкурстар #күҙ_менән_ҡаш_араһы
Просмотры: 43
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «АМАНАТ журналы» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти