Октябрь айының һуңғы көндәре ҡоро була. Һауа температуарһы төнөн –3, –8, көндөҙ +10 +15. Рәхәт көндәр.
КӨҘ 🍂🍁🕸
Игендәр урылған,
Уңыштар йыйылған,
Бесән дә сабылған,
Эҫкерттәр ҡойолған.
Ел менән ҡыуышып,
Япраҡтар ҡойола,
Осар ҡош талпынып,
Китергә йыйына.
Кескенә бер турғай
Шатланып йыр йырлай
– Минең ер – Гөлөстан,
Ҡурҡмайым мин ҡыштан!
Уңһам да, туңһам да,
Китмәйем илемдән!
Мин ғәзиз еремдән!
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
📷 Фото авторы: БАҺАУЕТДИНОВА Азалия, Белорет ҡалаһы 17-се гимназияһының 4-се “Д” синыфы уҡыусыһы.
#Аманат_конкурстар #күҙ_менән_ҡаш_араһы
Просмотры: 45