Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Бөгөн – комсомолдың тыуған көнө! 🚩

Бөгөн – комсомолдың тыуған көнө! 🚩
 
108 йыл элек Коммунистик Йәштәр Союзы барлыҡҡа килгән.
 
Советтар Союзында ВЛКСМ йәштәрҙе туплаған, рухландырған, дәртләндергән, бөйөк эштәргә һәм ҡаһарманлыҡтарға ылыҡтырған ойошма була.
 
Комсомолдар йәш Совет республикаһы менән бергә граждандар һуғышы уттары аша үтә. Уҡый, белем ала. Электр станциялары һәм заводтар, юлдар һәм яңы ҡалалар һала. Бөйөк Ватан һуғышында  Зоя Космодемьянская, “Йәш гвардия”сылар, Александар Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәм бик күп  комсомолдар фашизмға ҡаршы көрәшә. Миллиондарса үҫмерҙәр һәм йәштәр тәүлектәр буйы станоктар артында тора, иген үҫтерә, яралыларҙы тәрбиәләй. Бөйөк Еңеүҙә комсомол йәштәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур була.
 
Советтар Союзының бөтә ҡаҙаныштарында йәштәрҙең өлөшө тос.
 
Бына шундай булды ул 1918 йылдың 29 октябрендә донъяға килгән ойошма.
Просмотры: 22
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти