Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 9-сы "Б" синыфы уҡыусыһы Рушана ҒИЛМАНОВА олатаһы менән өләсәһенә бағышлап шиғыр яҙған:
Олатайым, өләсәйем,
Яратабыҙ беҙ һеҙҙе.
Йөрәк йылыһын биреп,
Үҫтерәһегеҙ беҙҙе.
Шундай рәхәт, иркәләнеп,
Үҫеү ҡосағығыҙҙа.
Ялҡындары дөрләп яна
Ғаилә усағыбыҙҙа.
Һеҙгә Хоҙай ғүмер бирһен,
Ап-аҡ бәхет юлдары.
Яҡты хәтирәләр булыр
Бала саҡтың йылдары.
Фото: ҒИЛМАНОВА Рушана.
Просмотры: 38