New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

«Миңә тауыш биргән һәр береһенә сикһеҙ рәхмәтлемен!»


 
Каналыбыҙҙа ойошторолған «Тәүге уҡытыусым» конкурсында Өфө ҡалаһынан өс бала әсәһе Нурзилә Ғәйнитдинова еңеүсе булғайны. Бөгөн ул редакциянан бүләген килеп алды.
 Уның 1995 йылда Хәйбулла районының Антингән мәктәбендә беренсе класҡа барған фотоһы 251 тауыш йыйып, алдынғылыҡты яуланы.

Апайым «Ҡабаҡ менән иң ҡыҙыҡ фото» конкурсында ла ҡатнашҡайны. Шул саҡта был каналда төрлө ҡыҙыҡлы ярыш үткәрелеүен белеп ҡалдым да, мин дә бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Беренсе класҡа барған сағымдағы фотоны эҙләп табып, конкурсҡа ебәрҙем.
Беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ Әлфиә Миңлеғолова ине. Ә тәрбиәсебеҙ Гүзәл Мөхәмәтйәрова булды. Дәрестәр тамамланғас, уның ҡарамағына ҡала торғайныҡ. Хатта көндөҙ йоҡлап та ала инек. Ул йылдар әле лә күңелемдә йылы хәтирә булып һаҡлана.
Ҡайҙан ғына тауыш бирмәнеләр: Өфөнән дә, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан да, хатта Ырымбурҙан да. Миңә тауыш биргән һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтлемен, – тип шатлығы менән уртаҡлашты еңеүсе, бала саҡ хәтирәләрен яңыртып.
Views: 2 118
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go