🎙️ 27 октябрь — Бөтә донъя аудиовизуаль мираҫ көнө!
Тауыштар ҙа тарихты һаҡлай. Улар аша беҙ халҡыбыҙҙың үткәнен, мәҙәниәтен, йыр-моңдарын һәм туған телебеҙҙең матурлығын киләсәк быуындарға еткерәбеҙ.
📻 «Юлдаш» радиоһы башҡорт халҡының аудиомираҫын һаҡлауға һәм байытыуға ҙур өлөш индерә.
Эфирҙа яңғыраған халыҡ йырҙары, билдәле шәхестәр менән әңгәмәләр, тарихи һәм мәҙәни тапшырыуҙар — барыһы ла ҡиммәтле рухи мираҫыбыҙҙың бер өлөшө.