New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

Әсәйем менән апайым тәү башлап бесәнгә китергә йыйынып йөрөгән көндө…

Әсәйем менән апайым тәү башлап бесәнгә китергә йыйынып йөрөгән көндө беҙгә һуҡыр Шәһит әллә ниндәй ят ҡешене эйәртеп килеп инде. Күпер аҫтында булған хәлдән һуң Шәһиткә бик үк ҡатнашып бармай инем мин. Атаһын ауыл Советына председатель итеп ҡуйғандан бирле танауын күтәреп йөрөгәнгәме, хәҙер бигерәк яратмайым. Әле лә ана, өй эсенә әллә кемдәй күҙ йүгертеп сыҡты ла, миңә әйләнеп тә ҡарамай, әсәйемә һүҙ ҡушты:- Хәтирә апай, бынау ағайҙар ос һәнәге эҙләй. Һеҙҙең һәнәгегеҙ барыбер тик торалыр тип атайым ебәргәйне. Улар ялан яғынан бесән эшләргә килгән. Бойҙай оно биреп һатып алабыҙ, тиҙәр.Сикәһен һаҡал баҫҡан, етек сәсле кеше, берсә әсәйемә, берсә Шәһиткә ҡарап:- Үҙегеҙгә кәрәкмәгәс, һатһағыҙ арыу булыр ине, - тип һүҙгә ҡушылды. - Хаҡына тормаҫ инек. Сиңкә кеүек бойҙай оно бирәбеҙ.Әсәйем был көтөлмәгән тәҡдимдән тәүҙә аптырабыраҡ ҡалғайны шикелле. Шунан, эшенән туҡтап, урындыҡ ҡаҙнаһына терәлде лә, эйәген усына терәп, ауыҙын бөрөштөрҙө. Белеп бөткәнмен, ул уйланған саҡтарында гел шулай итә.- Әлләсе, кәрәкмәгәс, тип... Аталары үлде шул... Хәҙер өй ҡыйығында тора ана... - тип һүҙҙәрен өҙә-йолҡа һөйләнде. - Кеше алып торғолай.- Һат һин уны, ҡәрендәш. Ярты бот бойҙай оно бирәм, - ят кеше үҙ хаҡын әйтеп, ныҡлап һатыулаша башланы.Ошонан аҙаҡ ҡына мин аңыма килгәндәй булдым. Хатта тертләп киткәндәй иттем. Әсәйем ос һәнәген һатып ебәрһә, уның менән ошо һаҡалтай, йәмһеҙ кеше кәбән ҡойоп йөрөрмө икән? Ос һәнәге тормағас, өй башы ла бушап, етемһерәп ҡалыр инде. Ә мин, ҙурайғас, шул һәнәк менән атайым кеүек үк матур итеп кәбән ҡойорға хыялланған булам тағы... Ни әйтер икән тип, әсәйемдең ауыҙына ҡарап ҡатҡанмын.

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-29/atayymdy-os-n-ge-4859283
Views: 9
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go