New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

Атайым Ҡобағошов Миңләхмәт (1913 йылғы) шуларҙы һөйләгәйне: «Ямғыр…

Атайым Ҡобағошов Миңләхмәт (1913 йылғы) шуларҙы һөйләгәйне: «Ямғыр яумағас, бөтә нәмә янып-көйөп бөттө. Ашарлыҡ үлән ҡалмағас, мал йәй көнө үк ҡырыла башланы, ҡалғаны ла йонсоп, ҡабырғалары күренеп ябыҡты. Беҙ ете гектар иген сәстек. Буйы ҡәләм оҙонлоғо ғына булды, ураҡҡа эләкмәне. 30 бот самаһы ашлыҡ алдыҡ. Атай “һаҡлап ашаһаҡ, ете кешегә етә”, тине. Ете баш йылҡы, бер-ике тана, өс-дүрт баш һарыҡ һуйҙыҡ. Иттең байтаҡ өлөшөн, баш-тояҡтарын күрше-тирәгә, мохтаж кешеләргә хәйер итеп таратып сыҡтыҡ. Ит түҙәме ни инде, тиҙ кәмене. Картуф юҡ, уңманы. Көҙгә табан күп кешеләрҙең ашарына бөтөп, алабута, үлән, ағас ҡайыры, шаҡы-шоҡо ашап көн күрҙе. Хәйерселәр күбәйҙе, халыҡ күпләп ҡырыла башланы. Аслыҡ ҡына булһа, бер хәл, ваба сире таралды. Ҡырғын ауылдың бер осонан килде, бер ғаилә ҡырылып бөткәс, күршеһенә күсте, улар өй эсе менән үлеп бөткәс, тағы икенсеһенә, өсөнсөһөнә... Әйтә торғайнылар: «Был ғиллә үлем кеше булып күҙгә күренеп килә икән. Әҙер тор, иртәгә һине алып китәм, һинең сират», – тип әйтеп китә икән. Иртәгәһенә был һөйләгән кеше ысынлап та үлә. Шулай, алдан уҡ үлерен белеп, үлемде әйтергә килгән «кеше» тураһында күптәр һөйләп ҡалдырған. Ғибрәтле хәлдәр күп булды инде. Миңлехаят урынында Заһит ҡарт тора ине. Ул үлгәс, әбейе Зарифа бер бесәйгә, эс-ҡарындан эшләнгән колбасаға Гөлзаһира инәйгә өйөн һатып үлде. Быҙауын ашайым тип, мөрйәнән төшөп, бер ғаиләне һуйып та сығып киттеләр. Тирмәнсене лә мөрйәнән төшөп үлтерҙеләр. Аслыҡ йылы ниндәй генә он булһын инде тирмәндә. Беҙ ҙә өйҙөң тәҙрәһен яҡты саҡта уҡ ябып, эс яҡтан бикләп, малдарҙы таш һарайҙарға ябып, тимер ишекте йоҙаҡлап тота торғайныҡ. Атай йоҡламай, мөрйәнән төшһәләр тип, балта тотоп ята торғайны. Һыйырҙы оло һыуға ҡыуып эсерә инек. Һыу буйындағы йортта бер әбей йәшәй ине. Шулай бер барғанымда, һыйырҙы эсерҙем дә, ҡайтып килһәм: «Миңләхмәт, кил әле, күмәс бирәм», – тип миңә табан килә. Күҙенән ҡурҡтым, ҡапыл мине һәрмәкләгәйне, һыйырҙың ҡойроғона йәбештем дә шыйыҡ сыбыҡ менән һуҡҡайным, елдереп сығып китте һыйыр, әбей арҡамдан һәрмәп, саҡ эләктермәй ҡалды. Ҡайттым да илайым. Әнәйем: «Нимә тип баланы йөрөтәһең? Үҙең эсер!» – ти атайға. Ул: «Ул Гөлйөҙөм – йүнһеҙ әбей ул», – ти. Шул әбей аслыҡ йылында кеше ашаған, тип һөйләнеләр. Уның өйөн бер мулла һатып алғас, атайым өй боҙошорға барған. Баҙынан биш баш килеп сыҡҡан: өс ҡыҙ, ике ир бала башы. Ул әбей 1933-1934 йылдарға тиклем йәшәне. Йөҙө ҡап-ҡара йылтыр, күҙҙәре бүре күҙе һымаҡ ине. Ана шул йылдары кешеләргә убыр күп күренә ине. Мин үҙем дә 1938 йылда армиянан ҡайтҡас, күргеләнем бер-ике тапҡыр. Тынысһыҙ була башлағас, ҡарттар кәңәшләшеп, был әбейҙең ҡәберен асып ҡарарға булды - https://tamasha-rb.ru/news/common_material/2024-01-29/asly-ibr-t-3620954?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk
Views: 9
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go