... – Бында әбейҙәр йәшәйме, әллә йәш ҡыҙҙармы? – тип бүлмәбеҙгә ауыл…
... – Бында әбейҙәр йәшәйме, әллә йәш ҡыҙҙармы? – тип бүлмәбеҙгә ауыл егеттәре килеп инмәһенме. – Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, клубҡа. Йәштәр менән танышырһығыҙ. Былай ятып аҡылдан яҙырға мөмкин. Күңелле итеп ял итерһегеҙ, – тип өҙмәй-ҡуймай үҙҙәре менән алып сығып киттеләр. Йәштәр тыйнаҡ, ипле, ысынлап та, матур итеп күңел асып ҡайттыҡ. Ул ваҡытта ни күберәк гармунға бейейҙәр. Йәштәр дәртле. Киске уйындар беҙҙәгенән айырыла. Күңеллерәк үтә. Тыпырҙатып, енен осороп бейейҙәр. Беҙ бит инде аяҡ остарында ғына һикереп өйөрөләбеҙ. Төрлө уйындар үткәреүҙәре лә оҡшаны.
Сайтта:
https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-26/sigelg-n-ul-yauly-hik-y-h-li-chembarisova-4821104
Сайтта:
https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-26/sigelg-n-ul-yauly-hik-y-h-li-chembarisova-4821104
Views: 8