Бер көн ҡапыл операция алдынан баш табип ҡыҫҡаса ғына итеп ауырыуҙың…
Бер көн ҡапыл операция алдынан баш табип ҡыҫҡаса ғына итеп ауырыуҙың йәшәүгә шансы юҡлығын һәм туғандарының рөхсәте менән йөрәге донорлыҡҡа алына икәнлекте аңлатты. Артыҡ иҫе китмәне быға йәш хирургтың: төрлө сәбәп менән операция өҫтәленә килеп тарығандарҙың яҡты донъя менән хушлашҡандары ла, ағзаларын күсертеүгә ризалашҡандары ла, үлгән хәлдән терелеп киткәндәре лә етерлек. Ә бына ул йөрәкте һатып алырға теләгәндәрҙең тәҡдим иткән суммаһын ишетеүгә телһеҙ ҡалды. Был бит… байлыҡ! Бер йоҙроҡтай ғына ағзаны шундай хаҡҡа алсәле?! Әллә ҡайҙағы ғәрәпкә шул хаҡҡа беҙҙәге урыҫтың йөрәге кәрәк микән ни?
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-28/alda-mer-bar-le-4857927
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-28/alda-mer-bar-le-4857927
Views: 3