Loading image…
Һауа торошо боҙола!
20 февралдә көндөҙ республиканың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында секундына 26 метрға тиклем көслө ел, көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
Республика халҡынан һәм ҡунаҡтарынан алыҫ сәфәрҙәрҙән тыйылыуҙарын һорайбыҙ. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112 номерына шылтыратығыҙ
Views: 149