New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news
Loading image…
Loading image…
Loading image…
Loading image…
Loading image…
Loading image…

Беҙҙең лицейҙа Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған сағыу байрам үтте.


9 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған матур һәм йөкмәткеле концерт үткәрелде. Сараның маҡсаты — уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа, үҙебеҙҙең тарихҡа һәм милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү, шулай уҡ республика халыҡтарының берҙәмлеген һәм татыулығын күрһәтеү булды.
Концертты ике телдә — башҡорт һәм рус телдәрендә алып барыусылар Башҡортостандың данлы тарихы, уның ҡаҙаныштары һәм күп милләтле халҡы тураһында һөйләне.
Байрам программаһы бик бай һәм төрлө булды.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Л.Р. Вәлиева үҙенең сығышында уҡыусыларға ижади уңыштары, уҡытыусыларға баларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. «Бындай саралар — ул беҙҙең берҙәмлек һәм республикабыҙ менән ғорурланыу символы», — тип билдәләне ул.
Концерт күмәк йыр һәм «Йәшә, Башҡортостан!» тигән дәртле флешмоб менән тамамланды. Сара һуңында барлыҡ ҡатнашыусылар һәм тамашасылар күмәкләп фотоға төштө.
Был көн барыһы өсөн дә ысын мәғәнәһендә матур һәм онотолмаҫ ваҡиға булды, сөнки ул йөрәктәрҙә Тыуған илгә ҡарата тәрән һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Беҙҙең уҡыусыларҙың таланты һәм илһамы киләсәктә лә Башҡортостан данын тағы ла юғарыраҡ күтәрер, тип ышанабыҙ.
Views: 192
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go