💥
Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш-2026: Башҡортостан Башлығына һорауыңды бир ☝11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән тура бәйләнеш башлана. Һеҙ төбәк етәксеһенә һеҙҙе, ғаиләгеҙҙе йәки ауыл-ҡалағыҙҙы борсоған һорауҙар менән туранан-тура мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
❓Һорауҙы нисек бирергә? Уңайлы ысулды һайлағыҙ.
🔹 Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә:
vopros.glavarb.ru 🔹 «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ» сервисында:
https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/14193/
🔹 Чат-боттар аша:
– МАХ милли мессенджерында:
https://max.ru/glavarb_pl_bot– «Бәйләнештә» социаль селтәрендә:
https://vk.me/glavarb_pl_bot– «Класташтар» социаль селтәрендә:
https://ok.ru/group/70000042373707/messages 🔹 Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге аша 218-19-19 йәки 122 (өҫтәмә һан 5) телефондарына шылтыратып.
❓ Видеоһорауҙы нисек яҙҙырырға:
🔹 Исем-шәрифегеҙҙе, ауылығыҙ йә ҡалағыҙҙы, районығыҙҙы атап, һорауығыҙҙы бирегеҙ. Ролик бер минуттан да артмаһын. Аҙағында һорауығыҙҙың Радий Хәбировтың 2026 йылғы тура бәйләнешенә икәнлеген мотлаҡ әйтегеҙ. Видеояҙмалар 10 ноябрҙә киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.
❗️ Тура бәйләнеште 11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдары, «Юлдаш» радиоһы эфирҙарында һәм Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендә күҙәтергә мөмкин.