New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

Дүртөйлө ҡалаһының " Алтын сәс",балалар баҡсаһында"СИХРИ УТРАУ" ҒАИЛӘ КЛУБЫ эшмәкәрлеген башланы



"Беҙҙең "Сихри утрау" ғаилә клубы ата-әсәләр менән берлектә үҙ эшен башлап ебәрҙе. Иң беренсе осрашыуҙы кескәй төркөмдә ата-әсәләр менән бергә йыйылыш үткәрҙек.

Был йыйылышта беҙҙе борсоған һорауҙарға бергәләп яуап эҙләнек, фекерҙәр уртаҡлаштыҡ һәм бер-беребеҙҙе тыңланыҡ. Һөҙөмтәлә әкиәтте сәхнәләштерергә лә өлгөрҙөк — был балалар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс эшмәкәрлек булды.
Беҙҙең клуб — бергәләп үҫергә, өйрәнергә һәм ижад итергә урын.
Ата-әсәләр бик әүҙемлек күрһәтте, үҙҙәренең ихлас ҡатнашлығы менән беҙҙе ҡыуандырҙы. Уларҙың әүҙемлегенә һәм ярҙамына ғорурланабыҙ! Бергәләп тағы ла күп ҡыҙыҡлы эштәр атҡарырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ

Эльвира Хакова
Views: 446
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go