Аноним. 10-11 класта уҡыған саҡта һыйыр һауыу минең эш була торғайны.…
Аноним. 10-11 класта уҡыған саҡта һыйыр һауыу минең эш була торғайны. Ҡышын мал һарайҙа тора, айырым бүленгән өс урын ине. Оло мал шуларҙа бәйле тора. Бер һыйыр тибешә ине, шул бер көндө һауып ултырғанда тик тормай, һөтлө биҙрәгә килтереп баҫты. Асыуым килеп туҡманым һәнәк менән. Иртән әсәй әйтә, һыйыр быҙау һалған, нишләргә икән, һуйырыбыҙ инде, ти. Миңә ныҡ ҡыйын булды, үҙемде ныҡ ғәйепле тойһам да өндәшмәнем әсәйҙәргә. Бер нисә йыл үткәс, кейәүгә сыҡтым, балаға уҙҙым. Тик томалдан, ауыр ҙа күтәрмәнем, бала төштө, больницала ятып сыҡтым, төн уртаһында скорый менән алып киткәйнеләр. Иртәнгә тиклем карауат буйлап тәгәрәп ыңғырашҡас, палаталағы ҡатындар медсестраларға әйтеп, врач саҡыртып, таңғы алтыла операционныйға алып китеп, наркоз аҫтында таҙартҡандар. Шундағы ауыртыуҙы мәңге онотмайым.Теге малҡайҙы ла онотмай инем, был минең гөнаһым минең килеп үҙемә төштө тип һананым инде. Әле лә нисек итеп ҡулым барҙы икән тип аптырайым. Хоҙайым ғәфү итһен инде
Views: 449