New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

Хәйерле көн! Бер серем менән бүлешергә булдым.


Элек әсәйем, минән декреттан һуң сыҡҡас, кире фермаға эшкә инде. Миңә яҡынса 4 йәш булған. Кем фермала эшләне, шулар йәйләү нимә икәнен аңлайҙыр. Яҙҙан көҙгә тиклем йәйләүҙә йәшәнеләр — ниндәйҙер ауылдан 60–70 саҡрым алыҫлыҡта, юл юҡ, бәйләнеш (связь) тә юҡ. Берәйһе ауырыһа, баяғы молоковоз ғына йөрөй. Шуғамы икән, мине өләсәйемә ҡалдырып киткәндәр, йәй буйы шуларҙа үҫкәнмен.
Көҙөн әсәйемдәр ҡайтҡас, мине килеп алабыҙ тигәндәр икән, мин «бармайым ул апайға» тигәнмен. Сөнки мин өләсәйемде әсәй һымаҡ күргәнмен. В итоге, өләсәйем һөйләүенсә, Яңы йылға ғына әсәйемде танығанмын (признавать иткәнмен). Нимәһе ҡызыҡ: әсәйем алып ҡайта, ә мин уйнарға сығам да «әсәйемә» (өләсәйемә) ҡасҡанмын. Көн һайын әсәйем килеп алып торған өләсәйемдәрҙән.
Әле шул өләсәйем менән олатайымдың донъяһында йәшәп ятам. Мин ошо өйҙә тыуып үҫкән һымаҡмын. Әсәй-атай йортонда бала сағым үтһә лә, ул йорт миңә ят кеүек. Бәлки, был йортта (йәй буйы) бала сағым үткәнгә микән — олатай-өләсәй донъяһы миңә яҡыныраҡ. Йөрәгемде бушатҡанға рәхмәт.
Views: 1 392
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go