Өс әхирәт осраша. Береһе:
– Миңә ирем ҙур телевизор һатып алды. Рәхәтләнеп өйҙә ятам, бер ҡайҙа ла йөрөргә түгел, – ти.
– Ә минеке һуңғы модель айфон алып бирҙе. Көнө буйы интернетта ултырам, – ти икенсеһе.
– Ә һиңә ирең нимә һатып алды? – тип һорайҙар өсөнсөһөнән.
– Бер нәмә лә. Ул, һинең менән киноға ла, театрға ла йөрөп була әле, ти.