📌Башҡорт теле грамматикаһын яҙған мадъяр.
Төрөк, ҡарасай һәм башҡорт телдәрен өйрәнеүсе венгр ғалимы Вильмош Прёле 1871 йылдың 29 октябрендә Австро-Венгрия иленең Ньиредьхаза ҡалаһында тыуған.
🔹 Будапешт университетын тамамлаған, 1895 йылда төрөк тел ғилеме буйынса диссертация яҡлаған. Уҡытыусы булып эшләй, юғары уҡыу йорттарында белем бирә.
❓ Вильмош Прёле исеме беҙгә нимә өсөн ҡыҙыҡ?
✅ Сөнки 1901 йылда Бернат Мункачи етәкселегендә Рәсәй империяһына стажировка үтергә килә һәм Башҡортостанда була.
🔥 1901 йылда Вильмош Прёле "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосының бер вариантын яҙып ала.
Туплаған мәғлүмәттәренең бер өлөшөн "Билдәле башҡорт әкиәтенең варианты" тигән атама менән немец һәм венгр телдәрендә Будапештта нәшер итә.
🔹 Ғалим Рәсәйгә сәйәхәтенән башҡорт, балҡар һәм ҡарасай телдәре буйынса бай материал йыя.
🔹 1903-1904 йылдарҙа "Башҡорт теле грамматикаһы" тигән хеҙмәтен венгр телендә яҙа.
🔹 Һуңыраҡ, 1908-1916 йылдарҙа венгр һәм немец телдәрендә ҡарасай-балҡар телдәре буйынса хеҙмәттәрен, шул иҫәптән йөҙйәшәр Ҡарасай-Черкесс шағиры һәм йырсыһы Ҡасбот Ҡусҡаровтың бер нисә шиғырын баҫтырып сығара.