📌Хәтер биттәрен һүткәндә...
30 октябрҙә Рәсәй халҡы үткән быуаттың 30-сы йылдарының сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә ала.
🔹 Был хәтер көнөнә Сибай тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Хәтер биттәрен һүткәндә" тигән сара үткән.
🔹 Унда репрессия ҡорбандарының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләре, Сибай күп профилле сәнәғәт колледжының һәм педагогик колледжының студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашҡан.
🔹 Саҡырылған ҡунаҡтар - Зера һәм Анатолий Рева, Венера һәм Мәсғүт Ибраһимовтар, Резеда Ибраһимова, Римма Мирданова, Фәниә Хәмитова, Рәшит Иҙрисов ғәйепһеҙ хөкөм ителгәндәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, ғаилә тарихтарын һөйләгән.
🔹 Анатолий Рева - сәйәси золом ҡорбаны балаһы.
🔹 Венера һәм Мәсғүт Ибраһимовтар, туғаны Резеда Нөсөрәт ҡыҙы менән 1937 йылда ҡулға алынған Фәттәх олаталарын иҫкә алған, ул 1956 йылда аҡланған, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
💯 "Саранан һуң ҡунаҡтар менән һөйләшеүҙе, хәтирәләрҙе барлауҙы сәй табынында дауам иттек. Музей коллективы уникаль экспонаттарҙы һәм дәүер шаһиттарының хәтирәләрен һаҡлап ҡала, йәмғиәт хәтерендә тарихтың фажиғәле һабаҡтарын ҡалдырырға ярҙам итә",
- тип хәбәр иткән сибайҙар.