New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

📌 Бөгөн Рәсәйҙә Тренер көнө икән.



Рәсми рәүештә билдәләнмәһә лә, спортҡа һөйөү һәм үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләгән, көрәшергә һәм еңергә өйрәткән, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух булыуын көн дә дәлилләп торған кешеләргә тағы бер ҡат рәхмәт әйтергә һәм ҡотларға сәбәп был.

💯 Белеүегеҙсә, Башҡортостанда үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаған был һөнәр кешеләренә ҙур иғтибар бүленә. Айырыуса ауылдарҙа спортты үҫтереү маҡсатында эштәр атҡарыла.

✅ Мәҫәлән, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән төбәктә “Ауыл тренеры” (“Сельский тренер”) республика программаһы бойомға ашырыла башланы.

🔹 Ул ауылға эшкә килгән йәш тренерҙарға (35 йәшкә тиклем) бер тапҡыр бирелә торған түләүҙән ғибәрәт ине. Тәүҙә был түләү 600 мең һум тәшкил итте, шунан 1 миллион һумға тиклем арттырылды.

🔥 Тәжрибә уңышлы булып сыҡты: бер нисә йыл эсендә 200-ҙән ашыу тренер ярҙам алды.

🔹 Һәм был башланғысты федераль кимәлдә бойомға ашырырға ҡарар ителде: 2024 йылда ул саҡтағы Рәсәй спорт министры Михаил Дегтярев тәҡдиме менән Президент Владимир Путин эште киңәйтергә ҡушты.


🔹 2025 йылда “Ауыл тренеры” (“Земский доктор”) программаһын һынау рәүешендә илдең 26 төбәгендә башлап ебәрҙеләр – 72 тренер түләүҙәр алды.
🔹 Ә 2026 йылдан программа илдең бөтә төбәктәренә ҡағыла.

📍 2026 йылда Башҡортостанда “Ауыл тренеры” федераль программаһы буйынса түләүҙәрҙе Шишмә районының спорт мәктәбе инструктор-методисы Галина Рейтер, Дүртөйлөнөң дзюдо буйынса “Олимпиец” спорт мәктәбе тренеры Анна Пальмина һәм Әлшәй районы спорт мәктәбенең хоккей буйынса тренеры Динис Миңлейәров алды.
Views: 89
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go