Көҙҙөң йәме - өмәлә🪿🪿🪿
Көҙҙөң бар йәме - өмәләрҙә, бер-береңә ҡышҡа әҙерләнергә ярҙам итеүҙә, изгелек ҡылыуҙа.
Борондан башҡорттар был эштәрҙе күмәкләп башҡарған: ураҡҡа төшкән, ҡош-ҡорт йолҡҡан, кәртә-ҡураһын нығытҡан, мал аҙығын хәстәрләгән, һуғымға әҙерләнгән.
🪿 Ауылдарҙа әле лә ошо ғәҙәттәрҙе дауам итеп, ҡаҙ өмәләре ойоштороу бар. Бройлер тауыҡтары, өйрәк, күркә, ҡаҙ - йәй буйы бағып үҫтергән ҡош-ҡортон күрше-күлән, туған-тыумаса менән эш итә.
🪿 Әлбиттә, йылдан-йыл эш тәртибе үҙгәрә бара - хәҙер газ яндырғыс менән генә өтәләр, ҡаты һыуыҡтарҙы ла бик көтөп тормайҙар - һаҡлау өсөн туңдырғыс йәшниктәре бар. Әммә бер-береңә ярҙам күрһәтеү ғәҙәте һаҡлана.
🪿 Бына «ЕТЕ ҠЫҘ» ойошмаһының уңған, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Розалия Хисмәтуллина ла тыуған яғы Бөрйәндә ҡош-ҡорт өмәһендә ҡатнашҡан — туғандарына ярҙам иткән.
💯 "Муллыҡ һәм байлыҡ байрамдары һәр йортта үтһен, табындар мул һәм бәрәкәтле, донъялар тыныс булһын!"
— тигән Розалия Әмин ҡыҙы.
Шулай булһын! 😇