New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news
Халыҡ-ара анимация көнөндә балалар менән "Балалар" студияһының… — video, channel “Башҡорт донъяһы” ▶ video

📌 Халыҡ-ара анимация көнөндә балалар менән "Балалар" студияһының "Башҡорт байрамы" тигән серияһын ҡарайыҡ әле🥰



Башҡортостанда анимацияны үҫтереүгә хөкүмәт тарафынан иғтибар бүленә:
🔹 йәштәр рәссам-аниматор һөнәрен үҙләштерә ала - был Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторолдо;
🔹 яңы анимацион йәнһүрәттәр төшөрөлә - "Төньяҡ амурҙары"ндағы башҡорт яугирҙары темаһын "Салауат тоҡомдары" йәнһүрәтте дауам итә, уны "Муха" студияһы "Башҡортостан" киностудияһы менән берлектә эшләй;
🔹 төрлө проекттарға ярҙам күрһәтелә: "Әлифба" проекты - башҡортса хәрефтәр һәм һандар тураһында ҡыҫҡа йәнһүрәттәр серияһын "Муха" студияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында төшөргән;
🔹 креатив индустриялар студиялары үҫешә - мәҫәлән, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ART-Media креатив индустриялар студияһы яңыраҡ "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса мультимедиа перфомансы күрһәтте һ.б.
Views: 154
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go