▶ video
Ишембай районында яугирҙарға ярҙам өсөн хәйриә концерттары үтә
Ишембай районы ауылдарында Хәйриә концерттары үтә. Йыйылған аҡса махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам фондына күсерелә. Үрге Этҡолда ойошторолған мәрхәмәтлек сараһына Аҙнай һәм Уразбай ауылдарында йәшәүселәр ҙә дәррәү ҡушылды. Мәҙәниәт йорто фойеһында ирекмәндәр тарафынан күргәҙмә ойошторолдо. Маскировка селтәрҙәре үреү менән бер рәттән урындағы халыҡ окоп шәмдәре лә эшләй, шифалы үләндәрҙән сәй әҙерләй.
Views: 37