27 – 29 октябрҙә Башҡортостанда Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының “Ауылда…
▶ video
27 – 29 октябрҙә Башҡортостанда Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының “Ауылда ҙур ҡатын-ҡыҙҙар советы” тигән форумы үтә. Унда республика муниципалитеттарынан 400-ҙән ашыу ҡатын һәм Рәсәй төбәктәренән 35-тән ашыу вәкил ҡатнаша.
Бөгөн, 28 октябрҙә, Иглиндә ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы, ауыл иҡтисадын үҫтереү, урындағы брендтарҙы күтәреү, йәштәрҙе эшҡыуарлыҡ өсөн яңы мөмкинлектәрҙе йәлеп итеү темалары ҡарала.
Сибай Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Ғәниева Сажиҙә Вәкил ҡыҙы бөгөнгө сара һәм борсоған мәсьәләләр хаҡында әйтеп үтте:
- Бөгөнгө еңел булмаған заманда ҡатын-ҡыҙға бик ныҡ һәм көслө булырға кәрәк, сөнки донъяның тотҡаһы ҡатын-ҡыҙ, - тине ул.