New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

26 октябрь Мәжит Ғафуриҙың мемориал йорт - музейында Татарстандың…

26 октябрь Мәжит  Ғафуриҙың мемориал йорт - музейында Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Муса Йәлил исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, шағир, тәржемәсе Ленар Шәйех менән бик матур осрашыу үтте. Сара авторҙың З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең «Ҡәрҙәшлек кәштәһе» серияһында донъя күргән «Йәшем дә бар, йәшлегем дә» китабының исем туйы айҡанлы ойошторолдо. Китапты башҡортсаға шағирә Зөлфиә Ханнанова тәржемә иткән. Осрашыуҙа Милли әҙәбиәте директоры Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, шағирә Гөлназ Ҡотоева, «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, студенттар һәм шиғриәт һөйөүселәр ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе Ленар Шәйех ижады тураһында йылы һүҙҙәр әйтте, китап хаҡында тәьҫораттары менән бүлеште. Кисә шиғырҙар, хәтирәләр, йыр - моң менән үрелеп барҙы. Музыкаль яҡтан уны Рәмил Ҡанипов биҙәне.
Views: 73
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go