Бөгөн Өфөлә, “Башҡортостан дәүләт концерт залында, “Һәр өсөнсө” тип аталған концерт-реквиемы алдынан ҡатнашыусыларға төрлө саралар тәҡдим ителде.
“Минскхлебпром” коммуналь етештереү унитар предприятиеһы ойошторған “Хлеб – невидимая сила Победы” тип аталған ғәҙәти булмаған күргәҙмәлә килеүселәр Бөйөк Ватан һуғышында Минскиҙа икмәк бешереү- заводтарының эшмәкәрлеге тураһында белә ала.
Шулай уҡ ирекмәндәр “Рәсәй почтаһы” менән берлектә хат ебәреү акцияһын ойошторғандар. Сараға килеүсе һәр кеше илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә, МХО-лағы һалдаттарға өсмөйөшлө хаттар яҙып ебәрә.
Тағы ла Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы документтарҙы электрон форматта ҡарап була. В. Стаханов фотолары