New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

❗❗❗Иғтибар!



🔸Ниһайәт, Матбуғат йортоноң иркен залында һеҙ күптән көткән "Башҡортса этноритмика" түңәрәге эшләй башлай.

🔹29 октябрь, уны тантаналы асыу мәлендә, нәҡ ошо йүнәлештә кәрәкле милли биҙәкле футболкалар, лонгсливтар, чешки- балеткалар, бейсболкалар һәм башҡа милли аксессуарҙар уйнатыласаҡ.

🔸Был уйында ҡатнашыу өсөн 3 шарт үтәлергә тейеш:
1. Ошо посты үҙ битләүеңә күсереп ҡуйырға.
2. ВК-лағы "Башҡортса этноритмика" төркөмөнә ҡушылырға👉🏽vk.ru/club242444872

3. 29 октябрь сәғәт 17.00
уҙғарыласаҡ тәүге дәрескә килергә һәм айлыҡ абонементҡа эйә булырға.
( көн дә түләп йөрөһәгеҙ - 250 һум, айлыҡ абонемент алһағыҙ - 200 һум, һеҙҙең файҙаға.)

🔹Айфонлы кешеләрҙә макс булмағанлыҡтан, улар каналға ҡушыла алмай йөҙәйҙәр икән.
Шунлыҡтан ВКла ла төркөм астым. Башҡортса дәртле көйҙәргә бейеү хәрәкәттәре менән гимнастик хәрәкәттәрҙе ҡушып, тир сыҡҡансы, кәйеф күтәрелгәнсе бейеп, сәләмәт һәм һомғол буйлы булырға теләгән бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла саҡырабыҙ.
Түбәндәге һылтанма буйынса ВК төркөмөнә vk.ru/club242444872
йә иһә,
макста Присоединяйся к каналу по ссылке: max.ru/join/6I_F8...
ҡушылып, бөтә кәрәкле мәғлүмәтте белә алаһығыҙ.

Бөтә уңайлыҡтары булған иркен, саф һауалы залда, милли көйҙәребеҙ тулҡынында, хәрәкәттән бәрәкәт арттырып, шөғөлләнергә килегеҙ.

"Башҡортса этноритмика" түңәрәгенең эш сәғәттәре һеҙҙең тәҡдимдәрҙән сығып көйләнәсәк.

🔹🔸С Ә Л Ә М Ә Т тәндә - сәләмәт Р У Х!🔸🔹
Views: 129
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go