🍁 Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була
Республикала ноябрь айының климат нормаһынан йылыраҡ булыуы көтөлә. Был хаҡта Рәсәй Гидрометеорология үҙәге хәбәр итә.
Прогнозға ярашлы, уртаса айлыҡ һауа температураһының яҡынса -3,4° (был норманан 1° юғарыраҡ, ул -4,4°тәшкил итә). Шул уҡ ваҡытта яуым-төшөм ғәҙәттәгенән аҙыраҡ: айлыҡ миҡдары норманан 30-50 миллиметрҙан түбәнерәк була.