New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

РУЛЬ АРТЫНДА ЛА ЙЫРЛАП ЙӨРӨЙ УЛ


Мин Фәниә Минеғариф ҡыҙы Фәйзуллинаны 20 йылға яҡын беләм. Тормош иптәше Вәрис ағай ауырып үлгәндә уға нибары 42 йәш кенә була. Ике балаһын күтәреп баҡсаға барыуҙар мәшәҡәтле була. Шуға күрә лә үҙ хәлен үҙе еңеләйтер өсөн ул ял көндәрендә машина йөрөтөргә өйрәнергә уҡырға йөрөй башлай. Ул саҡта уҡыған өсөн совет аҡсаһы менән 100 һум ғына түләргә булған. Бер уйлаһаң һатыусы булып эшләгән ҡатындың айлыҡ эш хаҡы инде. Имтиханын тәүге тапшырыуҙан уҡ үткән 8 кешенең береһе – Фәниә апай була.
- Ошоғаса юл ҡағиҙәләрен боҙғаным да, авария яһағаным да булманы, - ти ул. Ә үҙенә «Ока» ла, «Газель» дә йөрөтөргә тура килә. Машиналарын да уңайы сыҡҡан һайын яҡшыраҡҡа алмаштырып ҡына тора. Әйткәндәй, беҙҙең ҡала халҡы уны төрлө сараларҙа ҡатнашҡан йырсы бклараҡ та белә. Йыш ҡына руль артында ла йырлап йөрөй ул, сөнки ауылда ла, ҡала ла ике донъяһын бергә көтә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Views: 170
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go