New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

Өлкәнәйгәс, аниме һәм йәнһүрәттәр яратып буламы? Була! Ирина…

Өлкәнәйгәс, аниме һәм йәнһүрәттәр яратып буламы? Була! Ирина Рябушкина Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығының криминалистика бүлегендә өлкән тәфтишсе-криминалист булып эшләй. Ауыр-ауыр, ҡатмарлы-ҡатмарлы енәйәттәрҙе тикшерә ул.
 
Ирина Викторовна бәләкәйҙән ғәҙеллек ярата, балалар баҡсаһында уҡ рәнйетелгән ҡыҙҙарҙы яҡлап йөрөгән була. Ҙурайғас инде, юридик факультетта уҡып сыға һәм бына 20 йыллап Өфөлә тәфтишсе булып эшләй.
 
Унан интервью алырға барған “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе эш кабинетындағы шкаф кәштәһенә теҙелгән аниме һындарын күреп аптырап ҡала.
 

Тәфтишсе әле булһа режиссер Хаяо Мидзаки фильмдарын ҡарай икән. Яратҡан геройҙарының һындарын алыуға заказ бирә, шунан көтөп ала, ҡумтаны асҡанда бала саҡтағы кеүек үк тулҡынлана. Яратҡан сериалы “Очень странные дела” персонаждарының бөтәһенең дә һындарын йыйған. Өйөндә уларға тотош бер кәштәне бүлгән тәфтишсе апай.

 
ҺҮҘЛЕК: тәфтишсе – следователь.
Views: 54
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go