Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 71503202902653

БСТ | Яңылыҡтар

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Республика БашкортостанРоссия
Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

«ЭтноЭнергия» конкурсы төрлө милләт студенттарын бер сәхнәгә йыйҙы — видео, канал «БСТ | Яңылыҡтар» ▶ видео
«ЭтноЭнергия» конкурсы төрлө милләт студенттарын бер сәхнәгә йыйҙы

Студент йәштәрҙән «ЭтноЭнергия». Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы»ның төбәк бүлексәһе төрлө милләт йәштәрен бер сәхнәгә йыйҙы. Башҡортостан студенттарының сағыу сығыштары тамашасыларға күңел байрамын бүләк итте. «ЭтноЭнергия» милли мәҙәниәттәр асыҡ конкурсы халыҡтар берҙәмлеге көнөнә йәштәрҙән сағыу бүләк булды. Һәр сығыш төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәт донъяһына бәләкәй генә сәйәхәтте хәтерләтте.
Просмотры: 16
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
«Тауышында тарих» конкурс-фестивалендә 230-ға яҡын йәш музыкант… — видео, канал «БСТ | Яңылыҡтар» ▶ видео
«Тауышында тарих» конкурс-фестивалендә 230-ға яҡын йәш музыкант ҡатнашты

Әҙһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбендә Рәсәй халыҡтарының милли музыка ҡоралында уйнаусыларҙың төбәк-ара конкурс-фестивале уҙҙы. «Тауышында тарих» тип исемләнгән быйылғы бәйге Сәнғәт мәктәбе менән 15 йылдан ашыу етәкселек иткән Әхиәт Ғәйетбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Просмотры: 20
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары һаны 156 меңгә… — видео, канал «БСТ | Яңылыҡтар» ▶ видео
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары һаны 156 меңгә еткән

Башҡортостанда йыл башынан эшҡыуарҙар һаны артып, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары 156 меңгә еткән. Берәүҙәр дәүләт ярҙамын файҙаланып эш асһа, икенселәр үҙаллылыҡ күрһәтә. Әйтәйек, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары Илья Пшоник менән Олег Маслов йәмәғәт туҡланыу урыны асып, социаль селтәрҙәр аша нисек эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлауы тураһында һөйләп билдәләлек алды.
Просмотры: 23
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге асылды — видео, канал «БСТ | Яңылыҡтар» ▶ видео
Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге асылды

Ишембай ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге асылды. Тантанала Республика башлығы Хакимиәте менән муниципалитет етәкселеге, депутаттар, яугирҙар һәм уларҙың яҡындары ҡатнашты.
Просмотры: 30
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Өфөлә Суд приставы көнөнә арналған тантаналы сара үтте — видео, канал «БСТ | Яңылыҡтар» ▶ видео
Өфөлә Суд приставы көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Өфөлә Суд приставы көнө һәм Рәсәйҙә суд приставтары институты ойошторолоуға 161 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте. Сәхнәлә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары юғары дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде. Ҡотлау һүҙҙәре менән Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев һәм башҡарма власть органдары вәкилдәре сығыш яһаны. Граждандарҙың хоҡуҡтарын, дәүләт мәнфәғәтен яҡлау буйынса яуаплы эшкә юғары баһа бирелде.
Просмотры: 31
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы 35 йыллығын… — видео, канал «БСТ | Яңылыҡтар» ▶ видео
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы 35 йыллығын билдәләй

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ойошторолоуға 35 йыл. Иҫтәлекле дата уңайынан Башҡортостан премьер-министры Александр Шельядев хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. 35 йыл эсендә ведомство белгестәре дәүләт мөлкәте менән идара итеү, республикаға инвестициялар йәлеп итеү, шифаханаларҙы үҫтереү, льготалы категориялы граждандарға ер бүлеү буйынса күләмле эш башҡарған.
Просмотры: 30
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостан аграрийҙары һөнәри байрам уңайынан дәүләт наградалары… — видео, канал «БСТ | Яңылыҡтар» ▶ видео
Башҡортостан аграрийҙары һөнәри байрам уңайынан дәүләт наградалары менән бүләкләнде

30 октябрҙә Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Александр Шельдяев бер төркөм аграрийҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Республика иҡтисадында ауыл хужалығы айырым урын биләй һәм иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Уларҙың тырышлығы менән төбәктә йыл һайын иген һәм мал аҙығының кәрәкле запасы үҫтерелә, төрлө малсылыҡ продукцияһы етештерелә.
Просмотры: 34
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Өфөлә янғындан зыян күргән 60 метрлыҡ трамплинды төҙөкләндерҙеләр — видео, канал «БСТ | Яңылыҡтар» ▶ видео
Өфөлә янғындан зыян күргән 60 метрлыҡ трамплинды төҙөкләндерҙеләр

20, 40, 60 һәм 90. Был үлсәмдәр... трамплиндарҙыҡы. Өфөлә эшләп килгән ошондай трамплиндарҙа спортсылар ҡыш көнө генә түгел, йыл әйләнәһенә шөғөлләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 60 метрлыҡ трамплин 2024 йылда янған. Спортсылар, тенерҙар уны төҙөкләндереүҙе һорап Республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә Республика Хөкүмәте ярҙамы менән мәсьәлә ыңғай хәл ителгән.
Просмотры: 36
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бәләбәйҙә йәшәүселәр Башҡортостан Башлығына һорауҙарын күсмә студияла… — видео, канал «БСТ | Яңылыҡтар» ▶ видео
Бәләбәйҙә йәшәүселәр Башҡортостан Башлығына һорауҙарын күсмә студияла яҙҙырҙы

11 ноябрь киске сәғәт 7-лә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә. Мөһим сараға әҙерлек сиктәрендә республикала күсмә студия эшләй. Видеоһорауҙарҙы бөгөн Бәләбәйҙә йәшәүселәр яҙҙырҙы. Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре БСТ каналы менән берлектә халыҡты «Урал батыр» милли мәҙәниәт үҙәгендә ҡабул итте. Ауыл юлдарын ремонтлау, ҡала урамдарын яҡтыртыу, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау мәсьәләләре-күсмә студияға килеүселәрҙең һорауҙары күп төрлө ине. Улар республика етәксеһенә борсоған һорауҙарын биреү мөмкинлеге өсөн рәхмәтен дә белдерҙе.
Просмотры: 35
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостанға башҡорт теленә тәржемә ителгән «Аҡ торналар бейегән… — видео, канал «БСТ | Яңылыҡтар» ▶ видео
Башҡортостанға башҡорт теленә тәржемә ителгән «Аҡ торналар бейегән ерҙә» яҡут фильмы тапшырылды

«Креатив иҡтисад көндәре» форумы майҙансығында Башҡортостанға «Аҡ торналар бейегән ерҙә» яҡут фильмын күрһәтеүгә сертификат тапшырылды. Уға башҡорт теләнә дубляж яһалған. Тантанала Радий Хәбиров менән Саха Яҡут республикаһы башлығы Айсен Николаев ҡатнашты. Фильмда аҡ торна-символик образ булараҡ файҙаланылып, әсәйһеҙ ҡалған мөмкинлеге сикләнгән Ваня исемле малайҙың хыялы һүрәтләнә.
Просмотры: 51
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «БСТ | Яңылыҡтар» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти