▶ видео
Башҡортостанға башҡорт теленә тәржемә ителгән «Аҡ торналар бейегән ерҙә» яҡут фильмы тапшырылды
«Креатив иҡтисад көндәре» форумы майҙансығында Башҡортостанға «Аҡ торналар бейегән ерҙә» яҡут фильмын күрһәтеүгә сертификат тапшырылды. Уға башҡорт теләнә дубляж яһалған. Тантанала Радий Хәбиров менән Саха Яҡут республикаһы башлығы Айсен Николаев ҡатнашты. Фильмда аҡ торна-символик образ булараҡ файҙаланылып, әсәйһеҙ ҡалған мөмкинлеге сикләнгән Ваня исемле малайҙың хыялы һүрәтләнә.
Просмотры: 51