▶ видео
Өфөлә янғындан зыян күргән 60 метрлыҡ трамплинды төҙөкләндерҙеләр
20, 40, 60 һәм 90. Был үлсәмдәр... трамплиндарҙыҡы. Өфөлә эшләп килгән ошондай трамплиндарҙа спортсылар ҡыш көнө генә түгел, йыл әйләнәһенә шөғөлләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 60 метрлыҡ трамплин 2024 йылда янған. Спортсылар, тенерҙар уны төҙөкләндереүҙе һорап Республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә Республика Хөкүмәте ярҙамы менән мәсьәлә ыңғай хәл ителгән.
Просмотры: 36