иҙәндән алға шыуышығыҙ, ә ҡулдарығыҙ менән шул уҡ ваҡытта кирегә…

иҙәндән алға шыуышығыҙ, ә ҡулдарығыҙ менән шул уҡ ваҡытта кирегә тартылығыҙ. Һуңынын шул уҡ күнегеүҙе һул аяғығыҙ менән эшләгеҙ. Артабан устарығыҙҙы муйын аҫтына һалып, аяҡ бармаҡтарын үҙегеҙгә тартығыҙ. Шул торошта балыҡ кеүек уңға-һулға (әммә өҫкә-аҫҡа түгел) 2 минут борғоланығыҙ.
🎀 Дүртенсе ҡағиҙә - капиллярҙар өсөн тирбәлеш. Япон ғалимы кешеләрҙең күпселек сирҙәре нигеҙендә капиллярҙарҙың ауырыуы ята, тип һанаған. Тамырҙарҙан иң элек капиллярҙар бысрай башлай. Тимәк, ҡан тәндең һәр күҙәнәгенә барып етә алмай. Капиллярҙарға шундай ауыр эштәрендә нисек ярҙам итергә? Тирбәлдерергә! Иртән һәм кисен! Тирбәлеү ҡулдарҙа һәм аяҡтарҙа, тотош организмда ҡан әйләнешен яҡшырта. Арҡағыҙға ятығыҙ, муйынығыҙҙың аҫтына валик һалығыҙ, ҡулдарығыҙҙы һәм аяҡтарығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, табандарығыҙ иҙәнгә параллель булһын. 1-3 минут самаһы ҡулдарығыҙҙы һәм аяҡтарығыҙҙы һелкетегеҙ.
🎀 Бишенсе күнегеү - "Устарҙы һәм табандарҙы бер-береһенә терәү". Был күнегеү туҡымаларҙың ҡан әйләнешен, мускулдарҙың һәм нервыларҙың, эске ағзаларҙың эшмәкәрлеген яҡшырта. Кацудзо Ниши, уны көн һайын 4 минут башҡарыу ауырлы ҡатындарҙың бала табыу процесын еңелләштерә, тип яҙа. Уның шундай ике пациенты була: береһенә таз һөйәге тар булғанлыҡтан, операция билдәләйҙәр, икенсеһенең балаһы арҡыры ята. Һөҙөмтәлә ике ҡатын да хирургтар ҡатнашлығынан тыш бына тигән итеп бала таба.
Әҙерләнеү өлөшө. Арҡағыҙға ятығыҙ, муйынығыҙ аҫтына валик һалығыҙ. Устарығыҙҙы һәм табандарығыҙҙы тоташтырығыҙ, тубыҡтарығыҙҙы ян-яҡҡа ебәрегеҙ. Бармаҡ остары менән бер-береһенә 10 тапҡыр баҫығыҙ. Артабан бармаҡ остары һәм усығыҙ менән 10 тапҡыр бер-береһенә баҫығыҙ. Устарығыҙҙы айырып, уларҙы баш артына ҡуйығыҙ һәм 10 тапҡыр арттан алға битегеҙ аша билегеҙгә тиклем һыпырығыҙ. Бармаҡтар баш яғына ҡарап торорға тейеш. Бармаҡтарығыҙҙы табандар яғына бороп, улар менән сандырҙан кендеккә тиклем 10 тапҡыр һыпырығыҙ. Устарығыҙҙы бергә ҡуйып, ҡулығыҙҙы алға һуҙығыҙ һәм 10 тапҡыр һауаны балта менән ҡырҡҡан кеүек һелтәгеҙ. Ҡулығыҙҙы 10 тапҡыр мөмкин тиклем бейеккәрәк һәм аҫҡараҡ һуҙырға тырышығыҙ. Устарығыҙҙы ашҡаҙан тирәһенә (солнечное сплетение) ҡуйып, бергә ҡуйылған табандарығыҙҙы 10 тапҡыр 1-1,5 табан оҙонлоғонда алға-артҡа хәрәкәтләндерегеҙ. Һуңынан 10-60 тапҡыр умыртҡа һөйәген һуҙырға тырышып, устарығыҙҙы һәм табандарығыҙҙы бер үк ваҡытта хәрәкәтләндерегеҙ.
Төп өлөш. Табандарығыҙҙы һәм устарығыҙҙы айырмайынса күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ҙа, ошо позала 10-15 минут ҡалығыҙ. Ҡул бармаҡтарығыҙ түбәгә ҡарап торорға тейеш.
🎀 Алтынсы ҡағиҙә - арҡа һәм эс өсөн күнегеү. Кацудзо Нишиҙың Сәләмәтлек системаһының алтынсы ҡағиҙәһендә арҡа һәм эстең хәрәкәте үҙ-үҙеңде инандырыу менән бергә бара. Күнегеү симпатик һәм парасимпатик нервылар системаларының эшмәкәрлеген, организмдың кислота-һелте балансын тергеҙә һәм сәләмәтлеккә көйләй. Тубыҡланып ултырығыҙ, тазығыҙ үксәләрегеҙгә, табанығыҙға тейеп торһон. Тигеҙлекте ҡоймос һөйәгендә тотоп, умыртҡалыҡты турайтығыҙ.
Ара күнегеүе. Уны һәр алты әҙерлек күнегеүенән һуң һәр яҡҡа берәр тапҡыр эшләгеҙ. Ҡулдарығыҙҙы күкрәк тураһында алға һуҙығыҙ. Башығыҙҙы һулға бороғоҙ, ҡулбаш аша ҡоймосоғоҙҙо күрергә тырышығыҙ. Ҡоймос тәңгәлендә апельсин ҙурлығында янып торған алтын шарҙы күҙаллағыҙ һәм уны яйлап ҡына арҡағыҙ буйлап өҫкә күтәрегеҙ, умыртҡалыҡтың һәр умыртҡаһы менән уның яғымлы, шифалы ҡағылыуын тойорға тырышығыҙ. Башығыҙҙы элекке торошона ҡайтарығыҙ һәм шул уҡ күнегеүҙе икенсе яҡҡа эшләгеҙ. Һуңынан ҡулдарығыҙҙы баш өҫтөнә күтәрегеҙ ҙә, шул уҡ күнегеүҙе тиҙ генә яңынан ҡабатлағыҙ.
Әҙерлек күнегеүе. Ҡулбаштарығыҙҙы 10 тапҡыр күтәреп төшөрөгөҙ. Башығыҙҙы 10 тапҡыр уңға һәм һулға һалығыҙ. Артабан 10 тапҡыр алға эйегеҙ һәм артҡа ташлағыҙ. Башығыҙҙы артҡа, уң яҡ ҡулбашығыҙға - 10, артҡа, һул яҡ ҡулбашығыҙға 10 тапҡыр һалығыҙ. Башығыҙҙы уңға эйегеҙ, һуңынан яйлап ҡына артҡа, умыртҡалыҡҡа табан әйләндерегеҙ. Икенсе яҡҡа ҡабатлағыҙ. Һәр ҡулбашҡа 10-ар тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ҡулығыҙҙы терһәктән тура мөйөш итеп бөгөгөҙ, уларҙы ситкә айырып, йоҙроҡтарығыҙҙы төйнәгеҙ. Эйәгегеҙ түбәгә ҡарап
Просмотры: 75
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Репосты публикации

Публикация канала

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти