Открытый канал ID 68441830077726

Башдонъя

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

#башдонъя#сер
Северҙә эшләйем. Эш ауыр түгел посуда йыуам. Балалар ситкә киткәс өйҙә янғыҙ ултырмайым аҡса ла булыр тип киттем. Иремдән күптән айрылганмын. Шунда бер ир менән таныштым. Вахталарыбыҙ тура килгәс берберебеҙгә эҫенеп киттек. Ятаҡта бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Минен теләк шунда ҡалыу ине. Сөнки йәшәү унда барыбер яхшыраҡ. Бергә йәшәгәс балаларға ла әйттем. Улар ҙа ҡаршы түгел минен парымды тапҡанға ҡыуандылар ғына. Хәҙер матур итеп никах уҡыталар бит. Мин дә шулай тинем. Ир ҡаршы булып сыҡты. Сәбәбен әйтмәне муллаларға ышнамайым тип кенә ҡуйҙы. Ял еткәс бергә ҡайтайыҡ йә һинен районга йә минә тип ҡараным йөҙ сәбәбен тапты. Асыуланам да осрашҡас уны күрһәм тағы онотолам. Яңыраҡ унын хатыны барлығын белдем. Нимәгә йәшерҙен тиһәм һин минә кәрәк инен тей. Ә ул минен арттан йөрөй башлағанда тағы бер ир миңә ҡарай ине. Ул мына ысынлапта өйләнмәгән. Ә был мине айрылганмын тип алдап йөрөттө.Уға киткән ваҡытым йәл. Ярата инем хәҙер күрәлмайым. Хатынына барыһын да һөйләп биргем килә. Был ир әллә нисә һораны әйтеп кенә ҡуйма тип мин унын һайын һөйләгем килә. Миңә генә ҡыйын булырга тейеш түгел дә инде.
Просмотры: 357
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
#башдонъя #дин
Изге айҙар тағы үтеп бара,
Доға йөрөй күкте уратып,
Бәндәләргә шатлыҡ, бәхет теләп,
Иман нурын Ергә таратып.
Тотҡан ураҙалар ҡабул булып,
Сауаптарын насип итһендәр,
Изге теләгебеҙ бер Аллаһҡа,
Тәңребеҙгә барып етһендәр.
Сырхауҙары баҫһын аяғына,
Ир - егеттәр еңеп ҡайтһындар,
Аңһыҙ ҡазаларға юлыҡтырмай,
Таңдарыбыҙ имен атһындар.
Әсәләрҙең ҡайнар күҙ йәштәрен,
Түктермәсе, Хоҙай, ярлыҡа,
Сабыйҙарҙы етем итә күрмә,
Дусар итеп йәбер, аслыҡҡа.
Яҡты Ҡояшыбыҙ һүрелмәһен,
Төндәребеҙ аяҙ булһындар,
Иман, тәүфиҡ күндер бәндәләргә,
Күңелдәре нурға тулһындар.
🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲
Просмотры: 284
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
#башдонъя#баҡса
Иртә яҙҙан ҡар яуғанға тиклем сәскә атҡан львиный зевты иҫем китеп яратам.
Бер йыллыҡ иҫ киткес матур сәскә.
Уның төрлө сорттары һәм төҫтәре бар.
Ошо мәлдә ултыртылған антирринум майҙа уҡ сәскә ата башлай. Ул ҡар яуғансы бер туҡтауһыҙ сәскә атып тик ултыра. Шуға күрә уны ултыртыу матур ғына түгел, ә отошло ла.
Львиный зевтың орлоҡтарын тупраҡ менән күммәй, быяла йәки полиэтилен менән ҡаплап ҡуябыҙ.
Ҡояш нурҙары тура төшкән ергә ҡуймағыҙ. 8-12 көндән үҫентеләр килеп сығасаҡ.
Уның үҫентеләре бик оҙаҡ ҡалҡа.
Шуға күрә уны бер айҙан һуң ғына һирәкләп ултыртабыҙ.
Тупраҡҡа майҙың икенсе яртыһында, араларында 20-30 см ҡалдырып (сортына ҡарап), ултыртабыҙ.
Просмотры: 255
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
#башдонъя#сер
Бер танышта кунакта булынгайны. Ирҙәр тышка сыккас балаларҙы ашарга ултырттылар. Бер йәш тирәһендә өс подросток балалар йыйылган ине. Шунан башланды бер мамашанын кыҙына ит кенә аша, без хлеба, ни ешь сладкое итак вся в прыщах. Тагы әллә нәмәләр әйтә башлагайны ҡыҙыҡай ыргып тороп сыгып китте, беҙ олорак ҡатындар ҡысҡырыбыраҡ һөйләшә башлаған булдыҡ. Ҡыйын булды. Ул балага уны янгыҙы булганда, матур итеп анлатып булмаймы. Ул ҡыҙыҡай бит үҙен кәм тойоп үҫә. Тормош короуы ла ундайларга ауыр була.
Просмотры: 226
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
#башдонъя#дин
Рамаҙан башланған беренсе кистә нимә эшләргә?

ҺОРАУ:
Сәләфтәрҙең (тәүге быуын мосолмандарҙың) Рамаҙан айы инеүе айҡанлы байрам-фәлән ойоштороуҙары тураһында нимәлер еткерелгәнме? Һәм, ғөмүмән, шәриғәт буйынса, был изге айҙың беренсе кисе инеүе айҡанлы нимәләр эшләү кәрәк һәм хуплана?️ ЯУАП: Шәриғәт буйынса эшләргә кәрәк булған нәмә – ул доға ҡылыу: "Аллааһүммә, әһилләһү ғәләйнәә биль-әмни үәл-иимәән, үә-ссәләәмәти үәл-исләәм, раббии үә раббүкә-Ллааһ, һиләәлү рушдин үә хайр".

اَللَّـهُمَّ أَهِلَّهُ عَلَيْنَا بِالْأَمْنِ وَ الْإِيمَانِ، وَ السَّلَامَةِ وَ الْإِسْلَامِ، رَبِّي وَ رَبُّكَ اللهُ، هِلَالُ رُشْدٍ وَ خَيْرٍ
Тәржемәһе: "Йә Аллаһ! Уны (яңы айҙы) беҙҙең өсөн именлек һәм иман, иҫәнлек һәм Ислам айы итеп күтәр! Минең хужам да, һинең хужаң да – Аллаһ, эй тура юл һәм яҡшылыҡ айы!"

Ошолай итеп доға ҡылалар, һәм был "Истиһләл" ("Яңы айҙы күреү") доғаһы тип атала. Пәйғәмбәр ﷺ һәр яңы айҙы күргән һайын шулай доға ҡылыр булған. әт-Тирмиҙи, "Сүнән" (3451), әд-Дәрими, "Сүнән" (1688), Әбү Дауыт, "Сүнән" (5092), Әхмәт, "Мүснәд" (1397), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Силсиләт әл-Әхәдиҫ әс-Сахихә", 1816).

Шулай уҡ, Рамаҙан айын шатлыҡ, ҡыуаныс, ризалыҡ менән ҡаршы алыу, Рамаҙан төндәрендә тәрәүих намаҙында тороу, күберәк Ҡөрьән уҡырға тырышыу, [элекке гонаһтарың өсөн] күп итеп тәүбә һәм истиғфар ҡылыу, ваҡытты Аллаһҡа табыныуға арнау – шәриғәт буйынса, Рамаҙанда эшләнергә тейешле эштәр бына ошо. Уның беренсе кисенән алып һуңғы кисенә тиклем.
Салих әл-Фәүзән шәйех
Просмотры: 244
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
#башдонъя#аҡыл
Яулыҡтарын яҙып ябынған өләсәйҙәребеҙҙең алманы сәйгә турап эскәнен күптәр хәтерләйҙер. Ә бит өләсәйҙәр бындай эсемлектең хәтәр шифалы икәнен белгән.
Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ошо шифалы эсемлекте әҙерләп алайыҡ. Уны бер нисә көн эскәс тә, үҙегеҙҙә һиҙелерлек ыңғай үҙгәрештәр тойорһоғоҙ.
Шулай итеп, 3 йәшел алманы, ҡабығы менән, ваҡ итеп турағыҙ. Уның өҫтөнә бер литр ҡайнап торған һыу ҡойоғоҙ һәм ун минут талғын утта ҡайнатығыҙ. 30 минуттан һуң уға үҙегеҙгә оҡшаған тиклем бал һәм бер семтем имбирь онтағы өҫтәгеҙ. Был эсемлекте йылы килеш эсергә кәрәк.
Ул йоҡоно осороп, дәртләндереп ебәрә, тәндәге отектарҙы бөтөрә. Ә ундағы имбирь ашҡаҙанды эшләтеп, ҡан йөрөшөн яҡшыртып ебәрә. Бындай эсемлек һаулыҡты ла нығыта, төрлө вирустарҙан ҙа һаҡлай.
Һау-сәләмәт һәм бәхетле булайыҡ!
Просмотры: 314
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
#башдонъя#иҫкеяңыйыл
Өй түрендә иҫкесә
Балҡып тора шыршылар!
Күркәм йола бар - иҫкесә
Яңы йылды ҡаршылау!
Иҫкесә лә, яңыса ла
Йылдарым елеп үтә!
Яңы йылдар килеп торһон
Иҫкеһен һүтә-һүтә!
Һүтелмәһен тик шатлыҡтар -
Иҫкесә ҡалһын бары!
Иҫкесә ыжғырһын буран!
Иҫкесә яуһын ҡары!
Гөлдәриә Йосопова.
Бөгөн төндә Иҫкесә Яңы йылды ҡаршылайҙар.
Был байрамды билдәләү йолаһы 100 йыл самаһы элек башлана. 1918 йылда Рәсәйҙә Юлиан календарынан баш тарталар. Иҫкесә 1 ғинуар, яңы календарҙың 14-енә тура килә.
Просмотры: 298
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Башдонъя» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти