#башдонъя #дин
Изге айҙар тағы үтеп бара,
Доға йөрөй күкте уратып,
Бәндәләргә шатлыҡ, бәхет теләп,
Иман нурын Ергә таратып.
Тотҡан ураҙалар ҡабул булып,
Сауаптарын насип итһендәр,
Изге теләгебеҙ бер Аллаһҡа,
Тәңребеҙгә барып етһендәр.
Сырхауҙары баҫһын аяғына,
Ир - егеттәр еңеп ҡайтһындар,
Аңһыҙ ҡазаларға юлыҡтырмай,
Таңдарыбыҙ имен атһындар.
Әсәләрҙең ҡайнар күҙ йәштәрен,
Түктермәсе, Хоҙай, ярлыҡа,
Сабыйҙарҙы етем итә күрмә,
Дусар итеп йәбер, аслыҡҡа.
Яҡты Ҡояшыбыҙ һүрелмәһен,
Төндәребеҙ аяҙ булһындар,
Иман, тәүфиҡ күндер бәндәләргә,
Күңелдәре нурға тулһындар.
🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲
Просмотры: 284
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти