Загружаем изображение…
#башдонъя#дин
Рамаҙан башланған беренсе кистә нимә эшләргә?

ҺОРАУ:
Сәләфтәрҙең (тәүге быуын мосолмандарҙың) Рамаҙан айы инеүе айҡанлы байрам-фәлән ойоштороуҙары тураһында нимәлер еткерелгәнме? Һәм, ғөмүмән, шәриғәт буйынса, был изге айҙың беренсе кисе инеүе айҡанлы нимәләр эшләү кәрәк һәм хуплана?️ ЯУАП: Шәриғәт буйынса эшләргә кәрәк булған нәмә – ул доға ҡылыу: "Аллааһүммә, әһилләһү ғәләйнәә биль-әмни үәл-иимәән, үә-ссәләәмәти үәл-исләәм, раббии үә раббүкә-Ллааһ, һиләәлү рушдин үә хайр".

اَللَّـهُمَّ أَهِلَّهُ عَلَيْنَا بِالْأَمْنِ وَ الْإِيمَانِ، وَ السَّلَامَةِ وَ الْإِسْلَامِ، رَبِّي وَ رَبُّكَ اللهُ، هِلَالُ رُشْدٍ وَ خَيْرٍ
Тәржемәһе: "Йә Аллаһ! Уны (яңы айҙы) беҙҙең өсөн именлек һәм иман, иҫәнлек һәм Ислам айы итеп күтәр! Минең хужам да, һинең хужаң да – Аллаһ, эй тура юл һәм яҡшылыҡ айы!"

Ошолай итеп доға ҡылалар, һәм был "Истиһләл" ("Яңы айҙы күреү") доғаһы тип атала. Пәйғәмбәр ﷺ һәр яңы айҙы күргән һайын шулай доға ҡылыр булған. әт-Тирмиҙи, "Сүнән" (3451), әд-Дәрими, "Сүнән" (1688), Әбү Дауыт, "Сүнән" (5092), Әхмәт, "Мүснәд" (1397), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Силсиләт әл-Әхәдиҫ әс-Сахихә", 1816).

Шулай уҡ, Рамаҙан айын шатлыҡ, ҡыуаныс, ризалыҡ менән ҡаршы алыу, Рамаҙан төндәрендә тәрәүих намаҙында тороу, күберәк Ҡөрьән уҡырға тырышыу, [элекке гонаһтарың өсөн] күп итеп тәүбә һәм истиғфар ҡылыу, ваҡытты Аллаһҡа табыныуға арнау – шәриғәт буйынса, Рамаҙанда эшләнергә тейешле эштәр бына ошо. Уның беренсе кисенән алып һуңғы кисенә тиклем.
Салих әл-Фәүзән шәйех
Просмотры: 244
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти