Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 68445440778298

Журнал «Ватандаш» | «Соотечественник» | Уфа

Республика БашкортостанРоссия
Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш – 2026: Башҡортостан Башлығына… — видео, канал «Журнал «Ватандаш» | «Соотечественник» | Уфа» ▶ видео
❓ Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш – 2026: Башҡортостан Башлығына һорау бир!
 
11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән тура бәйләнеш үтә. Был төбәк етәксеһенә туранан-тура мөрәжәғәт итеү һәм һеҙҙе, ғаиләгеҙҙе йәки ауыл-ҡалағыҙҙы борсоған һорауҙарҙы еткереү мөмкинлеге.
 
Һорауығыҙҙы нисек бирергә? Уңайлы ысул һайлағыҙ 🙌🏻
 
🔹 Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru
 
🔹 «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/14193/

🔹 Чат-боттар аша:
 
– МАХ милли мессенджерында: https://max.ru/glavarb_pl_bot
– «Бәйләнештә»: https://vk.me/glavarb_pl_bot
– «Класташтар»: https://ok.ru/group/70000042373707/messages
 
🔹 Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге аша 218-19-19 йәки 122 (өҫтәлмә һан 5) номерҙарына шылтыратып
 
📲 Видеоһорауҙы нисек яҙҙырырға? 

Исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йәки ҡалағыҙҙы, районығыҙҙы атағыҙ, артабан һорауығыҙҙы бирегеҙ. Ролик бер минуттан да артмаһын. Видео аҙағында һорауығыҙҙың Радий Хәбировтың 2026 йылдағы тура бәйләнеше өсөн икәнен мотлаҡ әйтегеҙ. Видеояҙмалар 10 ноябргә 19:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
 
📌 Тура бәйләнеште 11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдарында, «Юлдаш» радиоһы эфирында һәм Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендә ҡарарға һәм тыңларға мөмкин
Просмотры: 61
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Япондарҙың кәңәше

Япондарҙы аҡыллы халыҡ, тиҙәр. Бына уларҙың 8 сәйер кәңәше. Әммә шуныһы ҡыҙыҡ, улар ярҙам итә икəн.

Тәнегеҙ менән ул һеҙҙе ишеткән кеүек һөйләшегеҙ. Ашҡаҙан, түш һәм тамаҡ төбө аҡылығыҙ ҡабул итеп өлгөрмәҫ элек үҙ эшен башлай. Мәҫәлән, тамаҡ төбөнә төйөр тығылды, түш ҡыҫа, аш таш булып бата... Тап ошонан килә лә инде.
2. Үткәндә ҡалдыра торған тойғоларға рәхмәт әйтегеҙ.
Элекке эшегеҙгә. Үткән мөхәббәтегеҙгә. Үҙегеҙҙең элекке версияғыҙға. Рәхмәтле була белеү үткәнгә ишекте яба. Яңыһын аса.
3. Теләгегеҙҙе лавр япрағына яҙып яндырығыҙ.
Ут теләкте көсәйтә, күҙ алдына булған кеүек итеп баҫтыра.
4. Күңелегеҙҙә ауыр тойғо ҡалдырған кеше менән аралашҡандан һуң ҡулығыҙҙы йыуығыҙ. Мөмкин булһа, һалҡын һыу менән. Тәнегеҙ был ситуацияны ысҡындырып ебәрергә икәнен аңлар.
5. Киләсәгегеҙ менән ҡысҡырып һөйләшегеҙ. «Бөгөн нимә эшләһәм, яҡшыраҡ булыр?» ошолай иткәндә мейе һеҙҙең киләсәк версияғыҙ күҙлегенән ҡарарҙар ҡабул итә башлар.
6. Бала сағығыҙ өсөн үҙегеҙ алдында ғәфү үтенегеҙ. Проблемалар менән яңғыҙ тороп ҡалғанығыҙ өсөн айырыуса. Тик ҡысҡырып әйтегеҙ.
7. Ауыр мәлдәрҙән һуң артығыҙ менән йөрөп ҡарағыҙ. «Ыңғай» һымаҡ тойолған мәлдәрҙе үҙгәртеп булыр.
8. Мөһим ҡарар ҡабул итер алдынан исемегеҙҙе бышылдап әйтегеҙ. Мейе үҙ исемен ишетеү менән иғтибарлыраҡ булыр. Унан: «Ҡайһы ҡарар яҡшыраҡ булыр?» – тип һора.
Просмотры: 102
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
​📍В Уфе назвали новые улицы в честь Высоцкого и Фаттаховой

Горсовет Уфы присвоил названия новым улицам в Демском и Ленинском районах.

Теперь на карте столицы Башкирии появятся улицы Владимира Высоцкого, Николая Красникова, Васили Фаттаховой и «Туган як».

Решение приняли на заседании городского Совета.
Просмотры: 90
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
«КОМСОМОЛКА БАШКИРКА»

Элегерәк байрам, пропаганда һәм агитация открыткалары булды. Яңы йыл, 23 февраль, 8 март, 1, 9 май, 7 ноябрь, тыуған көн открыткаларының матурлығын, сағыулығын күптәр хәтерләйҙер. Ул открыткаларҙы тултырыу өсөн алдан фекер туплап, матур, төҙ итеп яҙырға тырышып ултырыуы үҙе бер ғүмер булған. Ә почта йәшнигенән ҡотлау открыткаһы алғандағы ҡыуанысты һөйләп тә тораһы түгел.

Открыткалар араһында «Комсомолка башкирка» тигәне лә һаҡлана.15 тинлек төҫлө открытка 1937 йылда Мәскәүҙә СССР-ҙың Революция музейы тарафынан 50 мең дана менән нәшер ителгән. Күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, 10-ға 15 сантиметр ҙурлығындағы баҫманың төҫтәре асыҡ һаҡланған. Ыҡсым ғына милли елән кейгән ҡараҡай ҡыҙҙың ҡулында ғәрәп яҙмаһындағы йоҡа китап. Комсомолға алынған йәш ҡыҙҙың сәсе ҡырҡылған, ҡайырып ҡыҙыл яулыҡ бәйләгән һәм ҡыҙыл галстук таҡҡан. 1937 йылда открыткаға урынлаштырылған картинаны 1925 йылдың йәйендә билдәле рәссам, скульптор, график, милләте буйынса эстон Фридрих Лехт төшөргән. Ф.Лехт 1921 йылдан Мәғариф халыҡ комиссариатында, Мәскәү мәғариф бүлегендә һынлы сәнғәт секцияһы етәксеһе, шулай илдең төп музей һәм театр эксперты булып эшләй. Фридрих Карлович шулай уҡ Третьяков галереяһы директоры урынбаҫары, Станиславский һәм Немирович-Данченко театры директоры вазифаларын да башҡара. Тап ошо йылдарҙа ул башҡорт ҡыҙының портретын төшөрә. Тик ҡайҙа төшөрөүе билдәһеҙ. Күрәһең, экспедицияларының береһендәлер. Төп нөсхәләге аҫта уң яҡта «Лехт, 1925» тигән яҙыу күренә. Ә бына портреттың өҫ яғындағы яҙма күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Бында комсомолканың ғәрәп графикаһында яҙылған исеме бар - «Ғәлиә Мирзағәлина» тиелгән.
Просмотры: 92
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостанда иң яҡшы ижади проекттар авторҙары билдәләнә — видео, канал «Журнал «Ватандаш» | «Соотечественник» | Уфа» ▶ видео
Башҡортостанда иң яҡшы ижади проекттар авторҙары билдәләнә
 
Ижади индустриялар өлкәһендәге премияға 619 ғариза ҡабул ителгән. «Ижадсылар» – ҡыйыу идеяларын сағыу проекттарға әйләндереүсе талантлы яҡташтарыбыҙ өсөн.
 
Премия Радий Хәбиров инициативаһы буйынса булдырылды һәм быйыл икенсегә тапшырыла. Еңеүселәрҙе Өфөлә 2-4 ноябрҙә үтәсәк «Рәсәй креатив аҙналығы – Евразия» форумы сиктәрендә «Торатау» конгресс-холында бүләкләйҙәр.
Просмотры: 65
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности

Репост из «Радий Хабиров»

Одна из наших добрых традиций – чествовать тружеников, наиболее ярко проявивших себя во время уборочных работ. Каждую осень мы вручаем по 10 автомобилей «ЛАДА Нива» операторам комбайнов и косилок, которые показали лучшие результаты по итогам сезона, – настоящим героям жатвы. 

Этот конкурс – еще одна возможность поблагодарить наших аграриев за профессиональное мастерство. Приятно видеть среди его победителей не только опытных комбайнеров, но и молодых ребят – будущее нашего АПК. 

В этом году, несмотря на все сложности, в республике собрали 3,4 млн тонн зерна, достойный урожай сахарной свеклы, масличных культур. Конечно, это не предел. Используя новейшие достижения науки, удобрения, хорошую современную технику, мы можем достичь большего и будем это делать. И конечно, продолжим поддерживать наш аграрный сектор.

Завтра в Башкортостане пройдут торжества ко Дню работника сельского хозяйства и перерабатывающей промышленности. Всех, кто имеет отношение к этой важнейшей отрасли, от души поздравляю! Вы делаете нелегкую, но очень важную работу, от которой зависит продовольственная безопасность республики и страны. Низкий поклон каждому. Желаю всем крепкого здоровья, достатка и благополучия.
Просмотры: 100
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🔥КОМСОМОЛДЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ МЕНӘН!🔥

Миәкә районы Туҡһанбай ауылынан Тәслимә Бәҙретдинова барыбыҙҙы ла байрам менән ҡотлай.
💥. 💥. 💥
Бөгөн байрам, илдә бөйөк байрам,
Комсомолдың тыуған көнө бит!
Күпме комсомолдар батырҙарса,
Илде һаҡлап ғорур үлде бит.

Бөгөнгөләй иҫтә, бөгөнгөләй ,
Комсомолға ингән көнөбөҙ!
Бер ҡасан да юғалып ҡалманыҡ,
Ҡыҙарманы бер ҙә йөҙөбөҙ.

"Шығырҙатып" устав ятланыҡ,
Тырыштыҡ беҙ ғорур атларға.
Ҡыҙартманыҡ әсәй, атайҙарҙы,
Тоғро булдыҡ биргән анттарға.

Пенсионер түгелмен мин әле,
Комсомол тип күкрәк ҡағамын!
Устав юлдарында ни яҙылһа,
Шул юлдан мин тура барамын.

Ғорурланам һинең исем менән,
Комсомол - һин йәшлек дуҫҡайым,
Быуаттарҙан - быуаттарға йәшәп,
Һинең исемеңде ҙурлайым!
Просмотры: 131
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
МУНДИРЛЫ КАРТУФ (ҡабығы менән бешерелгән картуф) — сәләмәтлек өсөн иң файҙалы ризыҡтарҙың береһе.
✅Ҡабығын әрсемәй бешергәндә картуфтың бөтә витаминдары һәм макроэлементтары эсендә һаҡланып ҡала.
📍Мундирлы картуфтың төп файҙалы үҙенсәлектәре:
• Йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн:
Картуф ҡабығында һəм ҡабығы аҫтында йөрәк эшмәкәрлеге өсөн мөһим булған калий һәм магний күп. Улар ҡан баҫымын нормала тоторға ярҙам итә.
• Иммунитетты нығыта: Йәшелсәне әрсеп бешергәндә С витамины өлөшсәләре юғалһа, мундирлы картуфта С витамины ике тапҡырға күберәк һаҡлана.
• Ашҡаҙан-эсәк юлы өсөн: Ҡабығындағы клетчатка аш һеңдереүҙе яҡшырта, эсәктәрҙе таҙарта һәм файҙалы микрофлораны туҡландыра.
• Туҡлыҡлылыҡ:
100 грамм мундирлы картуфта ни бары 77–87 ккал тирәһе генә. Ул оҙаҡҡа туҡлыҡ тойғоһо бирә һәм ҡандағы шәкәр кимәлен кинәт күтәрмәй.
Нисек дөрөҫ әҙерләргә?
1. Картуфты ҡабығы менән ашар өсөн уны ағымһыу аҫтында йыуырға кәрәк.
2. Йәшелләнгән йәки шытҡан картуфты ҡабығы менән бешерергә ярамай, сөнки унда соланин тигән зыянлы матдә йыйыла.
3. Әгәр бешерелгән картуфты һыуытып ашаһағыҙ, ундағы крахмал «сыҙамлы» (резистентлы) крахмалға әйләнә — был эсәктәр өсөн икеләтә файҙалы.
🔹Нимə менән бирәләр?
• Май һәм үләндәр: ҡайнар картуфты ярып, өҫтөнə аҡ май яки хуш еҫле көнбағыш майы һалалар, укроп йəки йəшел һуған һибәләр.
• Тоҙло ризыҡтар: туралған тоҙло ҡыяр, бəшмəк, тоҙло сельдь (селёдка) балығы менән бик үтемле.
• Милли кухняла уны йыш ҡына һалҡын ҡатыҡҡа йəки ҡуйы ҡаймаҡҡа манып ашайҙар.
🤝Был ризыҡ айырыуса яңы уңыш йыйып алған көҙ айҙарында популяр.
Просмотры: 128
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Хәйерле иртә!
☀️ Яңы көнөгөҙ шатлыҡ менән башланһын! Күңелегеҙ тыныс, кәйефегеҙ күтәренке булһын. Бөгөнгө көн тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр, матур осрашыуҙар һәм уңыштар алып килһен!
Просмотры: 331
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Журнал «Ватандаш» | «Соотечественник» | Уфа» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти